+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июль , 13:45

Фәнил Ҡарасурин

-

«О, ХМАО килә!»

 

Ошо көндәрҙә Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры актерҙары Фәнил һәм Сәлимә Ҡарасуриндарҙың ғаиләһендә, тәүге улдары Ҡадирға иш булып, икенсе малайҙары тыуҙы. Һәр беребеҙҙең күршеләренә әйләнеп бөткән талантлы йәштәрҙең оло шатлығын беҙ ҙә уртаҡлашабыҙ һәм «Ғаилә йылы»ндағы төп уңыштары менән ҡотлайбыҙ. Матур парға – яҡты, бәхетле киләсәк, ижади үрҙәр, ә Ғайсар исемле йәш сабыйға дүрт күҙ араһында ысын ир-егет булып үҫеүен теләйбеҙ. Бер-бер артлы береһенән-береһе уңышлы ролдәр тыуҙырыу менән бергә, «Бәйләнештә» селтәрендә «Күршеләр» төркөмөн алып барыусы уңышлы блогер булараҡ танылыу яулаған Фәнил Ҡарасуриндың ижади яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныусылар күп. Кем ул? Тормошта ниндәй ул?

– Һиңә кем тип өндәшергә: Фәнисме («Күршеләр»ҙәге Суслик Фәнисте әйтәм инде), силсәүит Тимур Юлаевичмы, Ғабдулла бабаймы, вахтовик Марселме? «Ҡорос. Яугир ат яҙмышы» спектакленән һуң үҙеңә «Ҡорос Ҡарасурин» тип өндәшке килһә лә, һөйләшеүҙе Интернет селтәрендә киң таралған ғаилә сериалының барлыҡҡа килеү тарихынан, ундағы геройҙарыңдың холоҡ-яҙмыштарын барлауҙан башлағы килә. Спектаклдәрҙәге образдарыңа ҡарағанда, һине тап ошо геройҙарың аша танып беләләрҙер, шулаймы?

– Эйе, тап шулай, мине күберәк «Күршеләр»ҙәге геройҙарым аша таныйҙар, исемемде лә Фәнис тип беләләр шикелле. Гастролдәрҙә йөрөгәндә лә, Интернет селтәрендә лә: «Фәнис ҡустым, һаумы?», «Фәнис ҡустым, ҡотлайым», – тип өндәшәләр. Төркөмөмдә комментарийҙар яҙғанда ла Фәнис тип яҙалар хатта. Ә проекттың барлыҡҡа килеүенә пандемия сәбәпсе. Театр ябылғас, ауылға ҡайтып киттек. Тәүҙәрәк, эшһеҙлектән нимә эшләргә белмәйенсә, ауыл яңылыҡтарын телефон камераһына төшөрөп йөрөп күңелгә ниндәйҙер ял алдым. Пандемияға тиклем өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан ейән тормошонан мәҙәк хәлдәрҙе, вайндар форматында төшөрөп, Интернетҡа һала торғайным. Халыҡ ҡабул итә ине, шуға төркөмдө әүҙемләштерергә тигән уй бар ине. Бер көндө атайым менән олатайымдар (беҙҙә атайҙан өлкән ир кешене олатай тиҙәр) яҙғы ташҡын ваҡытында ағып киткән баҫма урынына матур ғына күпер эшләп ҡуйҙылар. Шул күперҙә Сәлимә менән бер-беребеҙгә ҡаршы йүгереп килгән йә бер-беребеҙҙе күрмәй үтеп киткән булып, төрлөсә этюдтар эшләп, әртисләнеп йөрөгәндә, Сәлимә күпер аша Мәйсәрә әбей булып та атлап китте. Ул Мәйсәрә әбей образын институт сәхнәһендә үк эшләп сығарғайны. Шунан башыма ҡыҙыҡ ҡына бер уй килеп, уның ҡаршыһына мин Ғабдулла бабай булып атланым. Имеш, улар йәш ваҡыттарында бер-береһен яратышып, осрашып йөрөгәндәр һәм бына килеп йылға буйында осраштылар! Имеш, улар әле бер ауылда, күрше генә булып йәшәйҙәр, бер-береһенән һаман өмөттәрен өҙмәгәндәр, ти. Ҡыҙыҡ килеп сыҡты. Интернетҡа һалғас, Мәйсәрә әбей менән Ғабдулла бабай барыһына ла оҡшаны һәм халыҡ ул хәлдең дауамын һорай башланы. Ғабдулла бабайҙың әбейе күреп ҡалмағанмы? Күрһә нимә эшләр ине икән, тип төрлө идеялар ҙа бирҙеләр. Шулай итеп, ҡыҙыҡ күреп кенә төшөргән вайн «Күршеләр» тип аталған күп сериялы мәҙәк хәлдәр проектына әйләнде. Тәүҙә унда Ғабдулла бабайҙың әбейен һынландырҙыҡ, тора-бара Суслик Фәнис, силсәүит Тимур Юлаевич, вахтовик Марсель килеп инделәр, Сәлимә өсөн ноҡот һалыусы Ғөбөрнисә образы өҫтәлде. Ул образдарҙың һәр береһе – айырым бер тарих. Һәр береһенең ҡабатланмаҫ холҡо, асылы бар. Йәшлек мөхәббәтен онота алмаған Ғабдулла бабайҙы ла, булмышы менән мәрхүмә Сайма ҡарсәйемде (атайым яғынан өләсәйемде) хәтерләткән йор һүҙле Мәфтуха әбейҙе лә, йомшаҡ һөйләп, ҡатыға ултыртырға яратҡан силсәүит Тимур Юлаевичты ла, вахтовик Марселде лә яратып уйнайым. Һәр персонаждың холоҡ-фиғелендә күреп белгән ауылдаштарымды, таныштарымды һынландырырға тырышһам да, улар, әлбиттә, йыйылма образдар, сөнки һәр ауылдың үҙ мөхәббәт тарихтары, үҙ «Фәнисе», үҙ «силсәүите», үҙ «вахтовигы» бар. Әйткәндәй, һуңғы арала миңә Марсель тип тә, «вахтовик» тип тә, хатта «О, ХМАО килә!» тип тә өндәшә башланылар. Халыҡ вахтовик Марселде лә яратты.

– Әйҙә, хәҙер тыуған яғыңа, күңелеңдә ана шул образдар яралған яҡҡа барып әйләнәйек. Ҡайһы яҡтанһың? Ниндәй ғаиләлә тыуып үҫтең? Ата-әсәйең кемдәр, ниндәй һөнәр эйәләре? Артист һөнәрен һайлауға уларҙың йоғонтоһо бармы? Ғөмүмән, улар һине артист итеп күрергә теләйҙәр инеме?

– Ейәнсура районы Ярғайыш ауылында (икенсе исеме Үрге Мәмбатша) күп балалы ғаиләлә тыуып үҫтем. Мин – иң өлкәне. Гөлфинәкәй-һеңлемдең үҙ ғаиләһе бар, Инсаф һәм Мөхәмәт исемле ҡустыларым, Гөлфиә һеңлем – мәктәп уҡыусылары. Атай-әсәйем йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Беҙ ҙә йәй көндәре ауылға ҡайтып бесән эшләшәбеҙ, ҡымыҙ һатышабыҙ. Үҙенә күрә ауыр ғына эште лә күңелле генә итеп атҡарып сығып, йылҡы ите-ҡаҙы-ҡымыҙ араһында рәхәтләнеп донъя көтәләр ата-әсәйемдәр. Улар мине артист итеп күрергә теләнеләрме-юҡмы – белмәйем, сөнки минең «әртис булғым килә» тип һөйләнеп йөрөгәнем булманы, 11-се класты тамамлағас, ҡарарымды ғына әйттем – улар ҡаршы төшмәнеләр. Шуның өсөн мин уларға рәхмәтлемен. Ҡаршы төшһәләр, мин, моғайын, уларҙы тыңлар инем, сөнки ниндәйҙер етди ҡарарҙар ҡабул итер алдынан улар менән кәңәшләшеп өйрәнгәнмен, әсәйемдән фатиха алмай юлға сыҡһам, юлым уңмағанын күп тапҡырҙар һынап ҡарағанмын.

– Театр, тере артистар менән тәүге тапҡыр ҡасан осраштың? Тәүге күргән спектаклең ниндәй ине? Ул һиндә ниндәй тойғолар уятты? Актерлыҡ һәләте үҙен нисегерәк һиҙҙерҙе?

– Бәләкәй саҡта БСТ күрһәткән бөтә спектаклдәрҙе телевизорҙың эсенә инеп китерҙәй булып ҡарап ултырғанымды иҫләйем. Элегерәк уны төнгө өстә түгел, кис көндәре күрһәтәләр ине бит. Киске эштәрен тамамлағас, күптәр ошо спектаклдәрҙе ҡарай ине. Артист булырға теләү тойғоһо, моғайын, шул ваҡытта уҡ ярала башлағандыр. 1-2-се класта ғына уҡый инем әле, бергә уйнаған малайҙарға, артистар һымаҡ килештерергә тырышып, төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр һөйләй инем. Тора-бара улар алдында сығыш яһар өсөн махсус әҙерләнеп йөрөй башланым, уларға ҡыҙыҡ булһын тип, уйынға малайҙарҙың барыһын да йәлеп итәм, төрлө темаларға һорауҙар бирәм, уйыныбыҙ ток-шоуға әйләнеп китә. Уйын уртаһында, иғтибар үҙәгендә булыу миңә оҡшай, тамашасы ролендә булғандарға ла оҡшағандыр инде, сөнки мине үҙемдән күпкә өлкән егеттәр ҙә мауығып тыңлай ине. Ә тәүге күргән тере артистарым – Сибай театры артистары булды. Исемен иҫләмәйем инде хәҙер, улар беҙҙең ауылға алып килгән спектаклдә мин телевизорҙан ғына күргән Фәрүәз Урманшин (ул ваҡытта Фәрүәз ағай йәш егет ине әле) бабай булып та, егет булып та уйнаны. Уның бер ролдән икенсеһенә еңел генә күсә алғанын, бөкөрәйеп бөткән ҡарт образын да килештереп уйнағанын да иҫем китеп ҡарап ултырҙым. Рәмилә апай Хоҙайғолованы ла шул тамашала беренсе тапҡыр күрҙем һәм уның уйнауы аша «актер оҫталығы» тигән терминдың асылына төшөнгәндәй булдым. Әммә тап шул спектаклдән һуң артист булырға ҡара иттем, тип әйтә алмайым, ул уй миңә яйлап килде. Бишенсе класта Аҡмулла ижады буйынса район кимәлендә үткәрелгән конкурстың еңеүсеһе булдым, артабан Рәми Ғарипов ижады, «Урал батыр» эпосы буйынса йәш сәсәндәр бәйгеләрендә ҡатнаштым. 9-сы класты тамамлағанда, эпосты тулыһынса ятлап бөткәйнем. Конкурстарға әҙерләнгәндә төрлө ролдәргә инәһең, өндәр менән уйнарға, һүҙҙе, логик баҫымды тойорға өйрәнәһең. Актер булам, тигән аңлы ҡарарым ошо конкурстарҙа нығынғандыр, тим.

– Сәнғәт институтына уҡырға инеүе ауыр булдымы?

– Ул йылдарҙа артистарҙың эш хаҡы түбән булғанғамы, абитуриенттар араһында егеттәр аҙ ине. Шуғамы икән, йырлап ҡына инеп киттем уҡырға. Ә бына уҡырға ингәс, күңелде дөрөҫ эшләнемме икән, тигән шик тырнай башланы. Мәктәпте Алтын миҙалға тамамлағанмын, балдарым юғары, Нефть йә Авиация институтына инергә мөмкинлек бар. Аксаков паркында әллә документтарҙы кире алырғамы икән тип, байтаҡ ваҡыт үҙ-үҙем менән һөйләшеп ултырҙым. Ниндәй ҡарар ҡабул итергә лә белмәй, сәнғәт академияһына киттем. Бәхетемә күрә, курс етәксеһе Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева кабинетында ине. Уға барлыҡ икеләнеүҙәремде һөйләп бирҙем. Ул мине ихласлап тыңлап, шиктәремде таратып, тынысландырып сығарып ебәрҙе. Аллаға шөкөр, сәнғәт юлын һайлағаныма үкенгәнем юҡ.

– Нәҫелегеҙҙә театр сәнғәте менән бәйле йә башҡа төрлө ижад өлкәһендә эшләгәндәр бармы?

– Вафа Мәүлетов олатайым – йырсы, әлеге көндә үҙебеҙҙең райондың Мәҙәниәт һарайында эшләп йөрөй. Атайым яғынан барлыҡ туғандарым булмыштары менән әртистәр. Һәр һүҙгә килештереп кенә уйнап яуап бирәләр, йор һүҙлеләр. Атайым әллә ниндәй дәрәжәләре булған әртистәрҙән былайыраҡ. Бөйөк сәхнә әһелдәренән белем алып, театр сәхнәһендә байтаҡ тәжрибә туплаһам да, әле үҙемде атайым кимәленә еткәнмендер, тип уйламайым. Сәнғәт кешеләре булмаһалар ҙа, атайым да, әсәйем дә беҙҙең һәр башланғысты күтәреп ала беләләр. Ауылға, ғәҙәттә, эшләшергә, ярҙам итергә тип ҡайтаһың бит инде, ә улар: «Эш ҡасмаҫ ул, халыҡ көтә бит, ана, вайндарығыҙҙы төшөрөгөҙ», – тип, хәҙер инде профессиональ операторға әйләнеп бөткән ҡустымды ла эйәртеп, яңы идеялар биреп, беҙҙе сығарып ебәрәләр. Әсәйем реквизиттар, ниндәй костюм кәрәк, шуларҙы йүнләй һала, өйҙә булмағандарын табып килтерә. Шылтыратышып, хәлдәребеҙҙе белешкәндә лә, шуны төшөрөгөҙ, быны төшөрөгөҙ тип, кәңәштәрен биреп тора.

– Театрҙа уйнаған тәүге ролең ниндәй? Ул роль һине нимәгә өйрәтте? Ролдәр актерҙарҙы тәрбиәләйме?

– Тәүге ролем – «Ашҡаҙар» спектаклендәге Сәфәрғәле образы. Ул ваҡытта мин йәш инем, образдарҙан нимәлер өйрәнерлек хәлдә булмағанмындыр әле. Һөнәри яҡтан, әлбиттә, өйрәндем. Һәм оҫталыҡҡа ғына түгел, ә образды асыу өсөн нимәләр эшләргә, нисегерәк эшләргә кәрәк икәнлеген өйрәндем. Сәнғәт институтына ингән 1-се курс студенты үҙен бөйөк артист итеп тоя. 2-се курста ул: «Ниңә бында уҡырға индем икән, минән йүнле артист сыҡмаясаҡ», – тип уйлай. 3-сө курста ул үҙен яңынан артист итеп тоя башлай, үҙ-үҙенә ышанысы арта. 4-се курста профессияны дөрөҫ һайлағанына тамам ышанып, дипломлы артист булып сығып китә. Профессиональ сәхнәләге тәүге роле уны яңынан ергә төшөрә. Образыңды еренә еткереп эшләү өсөн дипломың ғына аҙ, артист ғүмер буйы уҡырға, өйрәнергә тейеш икәнлеген тәүге ролеңдән һуң аңлайһың. Минең менән дә шулай булды. Сәхнәгә алып сыҡҡан Сәфәрғәлем үҙемә оҡшаманы. Ул яуыз ғына, ялағай ғына бер кеше. Үҙемдә ул сифаттар булмағанғамы, еренә еткерә алманым ул образды тигән ауыр ғына тойғо ҡалды дебюттан һуң. Әле булһа, уны икенсе төрлөрәк уйнар инем. Ә ролдәр актерҙарҙы тәрбиәләй. Һис юғы эшләргә, еренә еткереп эшләргә өйрәтә. Уйнаған геройҙарыңдың мораль-этик сифаттары актерҙарҙың булмышына ниндәйҙер кимәлдә йоғонто яһай кеүек, минеңсә.

– Актерҙарға ниндәй сифаттар хас?

– Актерҙарға эмоционаллек хас, шуға уларҙы тышы әрселгән электр сымы менән сағыштыралар. Йәнә лә артистар – ғүмерҙәре буйына бала булып ҡала белгән һөнәр эйәләре. Сәхнәлә барған хәл-ваҡиғаларға, образыңдың эшләгән эштәренә, кисергән тойғоларына: ярата икән – мөхәббәтенә, күрә алмай икән – нәфрәтенә, үлгән икән – үлеменә, балаларса бер ҡатлылыҡ менән ышанмай тороп, тамашасыны ышандырып булмай.

– «Күршеләр» проекты һиңә ҙур танылыу килтерҙе. Ошо танылыу тормошта һөнәри өлкәлә һиңә ярҙам итәме? Танылыу, үҙең әйтмешләй: «О, ХМАО килә!», «О, Фәнис килә!» тип танып тороуҙары һиңә оҡшаймы?

– Оҡшамай, тип әйтһәм, алдашыр инем. Оҡшай, әлбиттә. Танылыу, билдәлелек яулау – һәр артистың теләге, теләге генә лә түгел – маҡсаты. Артистарҙың һөнәри тормошо, уңыштары танылыу, билдәлелек менән бәйле. «Күршеләр» төркөмө – минең төп эш урыным түгел, әммә ул минең сәхнә тормошома ла ярҙам итә. Театрҙағы премьералар, спектаклдәр йә гастролдәр алдынан төркөмгә видео төшөрөп һалыу тотош театрҙың эшмәкәрлеген яҡтырта – проекттың ошо бурысы ла бар. «ХМАО килгән», тип ҡаршылайҙармы, «Күршеләр» килгән тиҙәрме – уныһы мөһим түгел – залдар тулы була. Тулы залға уйнау – ул бөтөнләй икенсе төрлө энергетика, әйтеп аңлатҡыһыҙ кинәнес. Артислыҡ бәхете ана шул танылыуҙан башланалыр ҙа ул.

– Ә театрға Фәнил Ҡарасуринға йөрөгән тамашасылар бармы? Ниндәй ролең һине актер булараҡ асты?

– Премьералар алдынан: «Фәнил, һин унда уйнайһыңмы?» – тип һораусылар күбәйҙе һуңғы араларҙа. Был ҡыҙыҡһыныу, бәлки, «Күршеләр» сериалының популярлығы менән дә бәйлелер. Дөйөм алғанда, һәр актер ролдән ролгә үҫергә, камиллашырға тейеш. Шәхсән үҙем актер булараҡ асылыуымды француз драматургы Раффи Шарттың «Минең ҡатынымдың исеме Морис» комедияһындағы (режиссеры Алмас Әмиров) – Морис, Мөнир Ҡунафиндың «Ҡорос. Яугир ат яҙмышы» драмаһы буйынса ҡуйылған (реж. Айҙар Зарипов) спектаклендәге яугир ат Ҡорос образы менән бәйләйем. Морис ролен шул тиклем рәхәтләнеп, йөҙөп китеп уйнаным, тап ошо ролдән мин актер булараҡ бер башҡа үҫеп сыҡтым, тип әйтә алам хатта. Ул мине ниндәйҙер ҡыҫымдарҙан, «был ролде килтереп сығара алырмынмы икән, тамашасы ҡабул итерме», тигән ҡурҡыуҙарҙан азат итте, үҙемә ышанысты арттырҙы. Ҡорос ролен яҙмышыма яҙылған бүләк итеп ҡабул иттем. Был образ минең яңы мөмкинлектәремде, ысынлап та, асты. Һүҙ ат булып кешнәй белеү тураһында ғына түгел, аттар араһында үҫкәс, бәләкәйҙән ҡолон булып та, ат булып та кешнәй белә инем. Ошо образдан һуң тамашасы менән сәхнә араһындағы кәртәләр юҡҡа сыҡты. Сәхнәлә ошо иркенлекте тойоу – бөтөнләй икенсе кимәл икән.

– Мин дә «Ҡорос» спектакленең премьераһын түҙемһеҙлек менән көтөп алдым һәм спектаклдең башынан аҙағына тиклем илап ултырҙым. Ҡолон булып сырҡырап, ат булып кешнәп ебәреүҙәрең, Ҡоростоң, тай йәшенә еткәс, ғашиҡ булыуы, һуғышҡа оҙатылғанда, аттарҙың тыуған ерҙәренән, һөйгәндәренән айырыла алмай өҙгөләнеүҙәре – барыһы ла тетрәндергес күренештәр. Ә Ҡоростоң, һуғыштан әйләнеп ҡайтҡанда, тыуған яғына яҡынлашыуын һауаһының еҫенән тойоп-танып алыуы һуң?! Тамаша барышында атлап китергә маташҡан ҡолонда ла, баҫҡан урынында бейеп торған тайҙа ла, әллә нисә саҡрым ер үтеп, хужаһын эҙләп тапҡан атта ла тыуған тупраҡҡа тоғролоҡ, яугирлыҡ, азатлыҡ, Еңеү рухын таныным. Аттарҙың кисерештәре кешеләрҙең хис-тойғоларына ҡарағанда күпкә тәрәнерәк икән дә, тип аңлап ҡарап ултырҙым. Ат образын һынландырыу ауыр булдымы?

– Бая әйткәнемсә, аттар араһында үҫкәс, уларҙың холоҡ-фиғелдәре миңә яҡшы таныш. Атайым өйөрөнән айырылып киткәндәрҙе – өйөр айғыры булып, инәһенән айырылып киткән ҡолондарҙы әсәйҙәре булып саҡырып ала. Унан күреп, мин дә өйрәндем аттар телендә һөйләшергә. Шуға Ҡоросто уйнағанда сәхнәлә мин ат булып йәшәйем, тип әйтә алам. Спектакль тамамланғансы шул образда ҡалһам, бер ҡыйынлығы ла булмаҫ ине. Әммә режиссер яу ғәрәсәте үткән аттарҙың ролен Тыуған ил өсөн көрәшкән яугирҙарҙың батырлығы менән тиңләү өсөн, финалда Ҡоросто яуҙан ҡайтҡан ир һынында һүрәтләүҙе кәрәк тип тапты. Аттан кешегә әйләнеү ауырыраҡ булды.

– Ҙурыраҡ сәхнә, әйтәйек, М.Ғафури театры сәхнәһе тураһында хыялланаһыңмы?

– Генерал булырға хыялланмаған һалдат насар һалдат булған кеүек, ҙур сәхнә тураһында хыялланмаған артист та булмайҙыр ул. Мәжит Ғафури исемендәге театр сәхнәһе – Өфө сәнғәт акдемияһының театр факультетын тамамларға йөрөгән һәр студенттың хыялы, тиһәм дә яңғылышмам ул. Әммә мәсьәләнең икенсе яғы ла бар: ҙур сәхнәнең актерҙар составы ла ҙур – һин теләгән роль һиңә эләкмәүе лә мөмкин. Ә бәләкәйерәк коллективтарҙа һөнәри яҡтан үҫергә мөмкинлектәр ҙур, сөнки роль артынан роль биреп торалар – эшләп кенә өлгөр. Актер өсөн яратып уйнаған ролдәрең, иркенләп ижад итерлек атмосфера, бер ғаилә кеүек йәшәгән дуҫ, татыу коллектив булыуы ҡайҙа, ниндәй сәхнәлә эшләүеңә ҡарағанда ла мөһимерәк икәнлеген йәшәй-йәшәй аңлайһың. Шул уҡ ваҡытта актер ҙур сәхнәләр, перспективалы проекттар тураһында хыялланып йәшәргә тейеш барыбер ҙә, сөнки бер үк ролдәр, бер үк тамашасы, бер үк талаптарға өйрәнеп китһәң, үҫеүҙән туҡтау ҡурҡынысы ла бар.

– Мәскәүгә барып, ниндәйҙер проектта ҡатнашып ҡайттың. Шул турала тулыраҡ һөйлә әле.

– Ул маҡтанып һөйләрлек әллә ни ҙур эш түгел – ике өлөштән торған социаль ролик. Икенсе мөхиттә йәшәгән кешеләр менән аралашыу ижади йәһәттән актерҙы байыта, шуға ла был проектта ҡатнашыу башҡа йүнәлештә үҙеңде һынап ҡарау, яңы режиссерҙар менән эшләү тәжрибәһе булараҡ ҡәҙерле.

– Тәнҡиткә нисек ҡарайһың? Тәүге тәнҡитсең кем?

– Институтта уҡығанда, тәүге этюдтарымды, тәүге ролдәремде әсәйемә уйнап күрһәтә торғайным, артист булараҡ формалашҡан дәүерҙәге тәүге тәнҡитсем – әсәйемдер. Хәҙер иң төп кәңәшсем – Сәлимә. Роль сығарғанда, нимәләр өҫтәргә була, нимәһе артығыраҡ – иң тәүҙә уның менән кәңәшләшәм. Ә иң төп тәнҡитсем – үҙем. Уйнаған ролем, әйтергә теләгән фекерем иң тәүҙә үҙемә оҡшарға тейеш.

– Ижади девизың, актерҙар тормошо, театр сәнғәте тураһында яратҡан ҡанатлы һүҙҙәрең?

– Китаптарға яҙылған ҡанатлы һүҙҙәрҙе минән башҡа ла әйтеүселәр күп, шуға минең остазым, курсыбыҙҙың етәксеһе Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичеваның цитатаға торошло фекере менән бүлешкем килә. Артист һөнәрен велотрассала уҙышыусы спортсмен менән сағыштырып, ул: «Педалдәрен әйләндереүҙән туҡтаһа, велосипедсы трассала оҙаҡ бара алмай – ауа, уны башҡалар уҙып китә. Үҫеүҙән, камиллашыуҙан туҡтаған артист та пьедесталға күтәрелә алмаясаҡ», – ти торғайны. Һайлаған юлыңдан ситкә тайпылғың килмәй икән, тимәк, туҡтауһыҙ үҫергә, камиллашырға кәрәк – ошо фекерҙер минең ижади девизым.

– Театр сәнғәте һинең өсөн нимә ул: алҡыштарҙан ләззәт кисереүме, йәшәү рәүешеме, ролдәрең аша тамашасыға ниндәйҙер фекер еткереүме?

– Өсөһө лә. Театр сәнғәтенең тамашасы күҙенә күренмәгән тағы бер яғы бар. Ул – эҙләнеү. Артист туҡтауһыҙ эҙләнә: образын да, үҙен дә эҙләй. Сәхнәгә эҙләнеүҙәреңдең һөҙөмтәһе генә сыға.

– Үҙең кеүек йәнле әңгәмәң өсөн рәхмәт, Фәнил! Эҙләнеүҙәрең үҙеңә лә, һине яратып өлгөргән тамашасыларға ла ҡыуаныстар ғына алып килһен!

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА

"Тамаша" журналы, 2024 йыл

Автор:
Читайте нас: