+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь , 18:09

Яугиргә һәм шағирға бағышлана: Башҡортостанда «Салауат ере» паркы асылды

16 июндә, республикала Салауат Юлаевтың 270 йыллығы билдәләнгән көндә, милли батырыбыҙҙың тыуған яғында – Салауат районының Тәкәй ауылы урынында «Салауат ере» тарихи-мәҙәни комплексы асылды. Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Парктың дөйөм майҙаны – 4,5 гектар, төҙөлөштөң хаҡы – 128,5 миллион һум. Был архитектураһы, күләме һәм дизайны буйынса үҙенсәлекле булған тарихи парк.

Яугиргә һәм шағирға бағышлана: Башҡортостанда «Салауат ере» паркы асылды
Яугиргә һәм шағирға бағышлана: Башҡортостанда «Салауат ере» паркы асылды

Концепцияны әҙерләгәндә урындағы тәбиғәтте һаҡлап ҡалыу мотлаҡ шарт булып торған. Йыл һайын ошо гүзәл тәбиғәт мөйөшөнә 17 меңдән ашыу турист килә. Республиканың Туризм министрлығы хәбәр итеүенсә, парк асылғас, уларҙың һаны бер нисә тапҡырға артыр тип көтөлә.

«Кешеләрҙе ниндәйҙер тарихи ваҡиғалар һәм, әлбиттә, тәбиғәт йәлеп  итә. Бында икеһе лә бар. Был ерҙә элек Салауат Юлаевтың тыуып үҫкән һәм бала саҡ, үҫмер йылдары үткән ауыл булған. Бының тарихи урын, Салауат Юлаевтың Башҡортостан өсөн ни тиклем мөһим икәнен барыһы ла белә. Бында беҙ уның ижадын күрһәтәбеҙ. Ул яугир генә түгел, ижади кеше лә булған. Уның шиғырҙары тәрән мәғәнәле һәм аҡыллы. Икенсенән, күркәм тәбиғәт. Беҙ туристарҙы төньяҡ-көнсығышҡа, Салауат районына саҡырабыҙ. Бында йылға буйлап ағырға мөмкин, һоҡланғыс тәбиғәт, өс йылға бар. Был урын һәр кемдең күңеленә хуш килер тип уйлайым. Бөгөн беҙ республикала яңы туристар өсөн яңы нөктә астыҡ, ғөмүмән, миңә бик оҡшаны, ләкин башҡараһы эштәр байтаҡ, ләкин әле үк туристар килеп ҡарарға мөмкин», - тине Радий Хәбиров «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы журналисының һорауына яуап биреп.

Проект Мостай Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» әҫәренә нигеҙләнеп әҙерләнгән.

«Салауат вариҫтары сигенә белмәй. Ошо тәҡдимдә халҡыбыҙҙың ғорур белдереүҙәре яңғырай. Салауат районында, милли геройыбыҙҙың тыуыуына 270 йыл тулған көндә, үҙенсәлекле музей комплексы асылды. Барыһын да ошо уникаль музей һәм тәбиғәт комплексы менән танышырға саҡырам», - тине республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров геопарктарҙы үҫтереү буйынса киң мәғлүмәт кампанияһын ойошторорға, «Салауат ере» комплексын «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһына индерергә ҡушты.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-06-18/yaugirg-m-sha-ir-a-ba-yshlana-bash-ortostanda-salauat-ere-parky-asyldy-3813147

 

Автор:
Читайте нас: