+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь , 10:25

“Салауат йыйыны” оло юбилейға арналды

Салауат районына эш сәфәре ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамында ҡатнашты. Фестиваль республиканың  милли геройы һәм халыҡ шағире Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналды.

“Салауат йыйыны” оло юбилейға арналды
“Салауат йыйыны” оло юбилейға арналды

Төбәк етәксеһе Башҡортостан халҡын Салауат Юлаевтың юбилейы менән ҡотланы һәм республика мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә өлөш индергән өсөн дәүләт наградалары тапшырҙы.

“Салауат Юлаев Башҡортостан өсөн айырыуса әһәмиәткә эйә. Ул рух, илһөйәрлек һәм ҡаһарманлыҡ символы булып тора, – тине Радий Хәбиров. – Салауат Юлаевтың исеме менән башҡорт яугирҙәре 1812 йылда Парижға йүнәлгән, Бөйөк Ватан һуғышында еңгән. Бөгөн дә Салауат тоҡомдары махсус хәрби операция сиктәрендә илебеҙҙе батырҙарса һаҡлай. МХО  биләмәһендә Салауат Юлаев исемендәге ике батальон һуғыша. Беҙ үҙ яугирҙәребеҙгә ярҙам итеү өсөн берләштек. Һеҙгә шуның өсөн ҙур рәхмәт. Барығыҙҙы ла ысын йөрәктән байрам менән ҡотлайым”.

Автор:
Читайте нас: