+13 °С
Дождь
Новости
14 Июня 2024, 09:53

“Һаумы, яугир!”

Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов “Һаумы, яугир!” видеоконкурсы йомғаҡтары тураһында хәбәр итте. Конкурсты Башҡортостан Журналистар союзы ойошторған. Бөтәһе 30-ға яҡын эш ҡабул иткәндәр.

“Һаумы, яугир!”“Һаумы, яугир!”
“Һаумы, яугир!”

Еңеүселәргә  аҡсалата бүләк һәм дипломдар тапшырылды. Беренсе урынға “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина лайыҡ булды. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тураһында өс эш тәҡдим иткән. Улар менән туранан-тура осрашҡан һәм аралашҡан. Лариса Абдуллина махсус хәрби операция биләмәһендә матбуғат төркөмө составында булып ҡайтҡан.

Икенсе урынға – “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, “Йәшлек” гәзите хәбәрсеһе Гөлназ Шәйхетдинова,  Халыҡ ижады үҙәгенең мәғлүмәт бүлеге мөдире Зөлфиә Сафина (Баймаҡ ҡалаһы), өсөнсө урынға –  “Аманат” журналының яуаплы сәркәтибе  Зөбәржәт Яҡупова, Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры Гүзәл Сәлихова, “Мораҙым” гәзите хәбәрсеһе Гөлшат Сәйетбаталова,  Күгәрсен мәғлүмәт үҙәгенең верстка буйынса инженеры Мария Псянчина (Васильева) лайыҡ булды.

Автор:
Читайте нас