+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь , 21:53

Ҡабырсаҡ – халҡымдың йөҙөк ҡашы

“Мәсетле районының Рәсимә Әхмәтйәнова етәкселегендәге “Ҡабырсаҡ” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы исеменә лайыҡ булды.

Ҡабырсаҡ – халҡымдың йөҙөк ҡашы
Ҡабырсаҡ – халҡымдың йөҙөк ҡашы

Ансамбль 1988 йылда район мәҙәниәт һарайында ойошторолған. “Ҡабырсаҡ” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле халыҡтың үткәндәре төпкөлөнән килгән традицияларҙы йәнләндерә, халыҡ мәҙәниәтен, уның йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү һәм популярлаштырыу буйынса мөһим бурыстарының береһен башҡара. Уның һөҙөмтәһендә “Ҡара тауыҡ”, “Алтынҡай”, “Орсоҡ”, “Ҡабырсаҡ”, “Бесәнселәр” кеүек йола бейеүҙәре һаҡланып ҡалған.

Коллектив репертуарында “Аҡ тәңкәләр һалып”, “Туй бүләге”, “Ҡумыҙ тураһында риүәйәт” кеүек фольклор йолалар ҙа күп. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бейеүе “Ҡәҙиғәт” Башҡортостан халыҡтарының матди булмаған этномәҙәни ҡаҙаныш объекттарының берҙәм реестрына индерелде.

Һәр сценарий йола йәиһә ғөрөф-ғәҙәтте ентекләп өйрәнгәндән һуң ғына төҙөлә. Һәр бейеүгә костюм әҙерләнә: муйынсалар тегелә, баш кейемен, күлдәк һәм алъяпҡыстар теккәндә урындағы оҫтабикәләр республиканың төньяҡ-көнсығыш башҡорттарына хас тамбурлы сигеүҙе файҙалана. Коллективтың һәр сығышына етәксенең күңел йылыһы, бай тәжрибәһе, тырыш хеҙмәте һалынған.
Республикала ғына түгел, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара фестивалдәрҙә яулап өлгөргән күп һанлы наградалар – ошо хеҙмәт һөҙөмтәһе, ә 2000 йылда “Ҡабырсаҡ” фольклор коллективына “Халыҡ ансамбле” исеме бирелә.

"Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы" исеме башҡорт халҡының үҙенсәлекле традицион мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу буйынса күп йылдар оло эш алып барыуҙарының оло баһаһы!”, - тиелә яҙмала.

ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ

 

Ҡабырсаҡ – халҡымдың йөҙөк ҡашы
Ҡабырсаҡ – халҡымдың йөҙөк ҡашы
Ҡабырсаҡ – халҡымдың йөҙөк ҡашы
Автор:
Читайте нас: