Фестивалдең тәүге көнөндә дөйөм усаҡ янында һайлап алыу туры була. Шулай уҡ бында шиғриәт байрамын үткәреү ҡаралған, тип хәбәр итә ойоштороусылар.
Фестиваль программаһында «ҠошЮлы. Балалар» тигән пункт та бар. 12 июлдә «Ал елкән» лагерында еңеүсе фестивалдең финал концертында сығыш яһай.
«ҠошЮлы» фестивале билдәле музыкант, композитор, «Рух» рок төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе Ирек Атановтың иҫтәлегенә арнала. Ул 2023 йылда арабыҙҙан китте. Былтыр фестиваль композитор, баянсы Илшат Яхиндың иҫтәлегенә бағышланғайны.