Йәш бейеүселәребеҙ «Игзаков», «Дуҫлыҡ», «Зарифа», «Ҡапма-ҡаршы» бейеүҙәрен күрһәтте. Һөҙөмтәлә «соло» номинацияһында беренсе, «ансамбль» номинацияһында өсөнсө дәрәжә лауреат исемдәрен яуланылар, шулай уҡ тамашасылар һөйөүе призына лайыҡ булдылар. Ҡотлайбыҙ!