Китап байрам сиктәрендә Рәсәй яҙыусыһы, журналист, фотограф, сценарист һәм продюсер Олег Рой менән осрашыу уҙҙы. Магнитогорск ҡалаһында тыуып үҫкән шәхес, Башҡортостанды, бигерәк тә, Әбйәлил районын тыуған яҡтарым һанайым, һағынып ҡайтам, тип белдерҙе. Яҙыусы карьераһын Олег Рой Швейцарияла башлай. Оҙаҡ ваҡыт был илдә эшләй һәм ижад итә. Уның китаптары күп европа телдәренә тәржемә ителеп, бестселлер булып киткән Рәсәй уҡыусылары өсөн был осрашыу ҙур байрам булды.