"Ҡазан ҡалаһында Рәшит Ваһапов исемендәге халыҡ-ара йыр фестивалендә ГРАН-ПРИҒА лайыҡ булдым. Минең өсөн янып көйөүсе атай-әсәйемә, уҡытыусыларыма, остаздарыма һәм яратҡан тамашасыларыма оло рәхмәтемде еткерәм! Алла бирһә, артабан да сәнғәткә хеҙмәт итеп, ҙур аҙымдар яһарға яҙһын!
Ошондай матур конкурсты ойоштороп, беҙгә-йәштәргә ҙур мөмкинселектәр биргәндәре өсөн Татарстан Республикаһы мәҙәниәт министрлығына һәм Татарстан Республикаһының Рәшит Ваһапов исемендәге Ижтимағи татар мәҙәниәте фондына ҙур рәхмәт! Артабан да ҙур уңыштар теләйем, фестиваль сәскә атһын!" - тип яҙа үҙенең Бәйләнештәге сәхифәһендә моңло тауышы, үҙенсәлекле башҡарыу манераһы һәм йырға булған һаҡсыл ҡарашы менән тамашасыны әсир иткән Алмас СИРУСИН.
Бөгөн күптәр йырлап өлгөрмәй, үҙенә төрлө юлдар менән “пиар” эшләй, уңлы-һуллы шәхси тормошо тураһында һөйләп, танылыу ала. Ә Алмасды бары тик сәхнәлә күрергә була, хатта социаль селтәрҙә лә уның тураһында мәғлүмәт табыу мөмкин түгел, шикелле.
Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, Алмас! Уңыштарың менән тағы ла һөйөндөрөп тор!