Ҡазанда «Ҡазан йәйғоро» халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестиваль-конкурсында Туймазы районының «Аэлита» хореография студияһы дүрт бейеү менән сығыш яһаған. Бөтә номерҙар ҙа I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булған.
Мәғлүм булыуынса, бәйгелә Рәсәй халыҡтарының бейеү һәм вокал сәнғәтен пропагандалаусы балалар коллективтары ҡатнашҡан.
Студия етәксеһе - Гөлнара Баһауетдинова.