+9 °С
Ясно
Новости
16 Мая 2024, 09:54

Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйылған һәйкәл халыҡ-ара танылыу алды

 Өфөнөң Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйылған һәйкәл — мемориаль комплекс проекты халыҡ-ара танылыу алды. Ул Х халыҡ-ара НОПРИЗ конкурсы (проектлаусылар һәм эҙләүселәрҙең Милли берекмәһе) наградаһы менән билдәләнде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйылған һәйкәл халыҡ-ара танылыу алдыМиңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйылған һәйкәл халыҡ-ара танылыу алды
Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйылған һәйкәл халыҡ-ара танылыу алды

Ойошма СРО төбәк союздарына ингән профессиональ проектлаусыларҙы берләштерә. Конкурсҡа бөтә илдән һәм 11 дәүләттән 1412 проект тәҡдим ителә, улар араһында Италия, Ҡытай, Сербия, Индонезия һәм башҡалар ҙа бар. Конкурс йомғаҡтары буйынса 2023 йылдың иң яҡшы проекттарын туплаған китап та донъя күрәсәк. Комплекс авторҙары скульптор Салауат Щербаковҡа һәм архитектор Константин Донгузовҡа еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу һәм  төҙөкләндереү объекттары араһында  иң яҡшы проект (тормошҡа ашырылған)» номинацияһында беренсе дәрәжә дипломы тапшырылды.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Совет майҙанын үҙгәртеп ҡороу инициаторы булды, унда һәр деталь тәрән мәғәнә менән тулы мемориал барлыҡҡа килде. Радий Хәбиров башланғыс идеянан алып,  уны тормошҡа ашырыуға тиклем проект менән  етәкселек итте.

"Скульптор Салауат Щербаковты һәм архитектор Константин Донгузовты ошо еңеү менән ҡотлайым! Өфө һәм республика халҡын да ҡотлайым. Баш ҡалабыҙҙа үҙенә ылыҡтырып, тартып торған обьект булараҡ ҡына барлыҡҡа килмәне был монументаль копмплекс, легендар тарихи үткәне һәм, ышанам, шулай уҡ сағыу киләсәгелә булған көс урыны ул. Геройҙарыбыҙҙы еңеү менән ҡайтҡас, уларҙы тап ошонда алҡышлаясаҡбыҙ», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.

Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков  конкурсҡа бәйле тәьҫораттары менән уртаҡлашты: "Был эш беҙҙең коллективҡа — миңә, Константин Александрович Донгузов, әлбиттә, республика Башлығы һәм етәкселеге өсөн бик мөһим һәм әһәмиәтле булды. Илебеҙ, донъя тарихы өсөн был бик ҙур тема — илебеҙҙең Бөйөк Ватан һуғышында оло  Еңеүе.

Хәҙер был урын ҡала, Башҡортостан халҡы һәм Өфө ҡунаҡтары араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Бында халыҡ күпләп килә, төрлө темаға бағышланған  саралар үткрелә. Эксперттар быларҙың барыһын да иҫәпкә алды. Эшебеҙҙе баһалап, беҙҙе ихлас ҡотланы. Конкурсҡа тиклем үк  тә баһаларҙы күп  ишеттем, сығаштар яһаным,  матбуғатта ла яҙҙылар, кешеләр хатта урамда яныма килеп тә  мемореаль комплекс хаҡында һораша ине. Ошондай проектта ҡанашыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ”.

Царицыно комплексын реставрациялау менән шөғөлләнгән Милли эҙләүселәр һәм проектлаусылар берләшмәһенең президенты Михаил Посохин, төбәк проекттары баш ҡаланыҡынан ҡалышмай, ә эштәрҙең сифаты даими яҡшыра, тип белдерҙе.

“Өфө Рәсәй ҡалалары араһында милли үҙенсәлекте тергеҙеү трендын билдәләй”, - тине Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Константин Донгузов: “Совет майҙаны проекты Рәсәйҙең профессиональ тәжрибәһендә бик әһәмиәтле ваҡиғаға әйләнде. Академик Салауат Щербаков һынландырған генерал Шайморатов образының юғары кимәлдәге художестволы эшкәртелеүе һәм был һәйкәлдең тирәсе, йәғни колоннада рәүешендәге классик архитектура стиленең юғары кимәле һәм уның Совет майҙанының тирә-яҡ ансамбленә тап килеп тороуы  һөҙөмтәһендә ул башҡа проекттаҙан айырылып торҙо”, - тип билдәләне.

Генерал-майор Шайморатов һәйкәле тураһында ҡыҙыҡлы факттар

  1. Был һәйкәл - тарих. Бөйөк башҡорт геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов көсөргәнешле минутта күрһәтелгән, әммә архитектура ҡоролмаһы барлыҡ Ватанды һаҡлаусыларға арналған.
  2. Совет майҙаны - Башҡорт кавалерия дивизияһы юлының башы, бында 1942 йылдың мартында Шайморатов республика етәкселегенә яугирҙарҙың фронтҡа барырға әҙерлеге тураһында отчет биргән.
  3. Проектты тиҫтәләрсә кеше ижад иткән. Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаковтан һәм Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Константин Донгузовтан тыш, уның өҫтөндә художество эксперттары, ҡойоусылар, гранит эшкәртеүселәр, тарихсылар ҙа эшләгән.
  4. Композиция башҡорт гранитынан эшләнгән. Дөйөм ҙурлығы - 62х29 метр, бейеклеге - 15 метр. Колоннада 24 колоннанан һәм 6 ярымтүңәрәк пилястрҙан тора. Ансамблгә бөтәһе 40 тоннанан ашыу бронза киткән. Композицияны Мәскәүҙең һәм Мәскәү өлкәһенең өс предприятиеһында ҡойғандар.
  5. Өфөгә һәйкәлде бер нисә өлөшкә бүлеп килтереп, урында йыйғандар. Ул Европалағы, Мәскәүҙәге, Петербургтағы ябай ат статуяларынан ҙурыраҡ.
  6. Һәйкәл янында ике сквер һәм ҡоро фонтан барлыҡҡа килде. Хәҙер Совет майҙанында Рәсәй кимәлендәге заманса архитектура, унда йәйен - фонтан, ҡышын һырғалаҡ эшләй.
  7. Совет майҙанындағы легендар куранттар һәйкәлде рәсми асҡандан һуң көн һайын төш мәлендә "Шайморатов генерал" көйөн уйнай.
  8. Генерал Шайморатовҡа һәйкәл - Өфөнөң төп иҫтәлекле урыны: баш ҡала буйлап экскурсия тап Совет майҙанынан башлана.

Фотолар: https://www.bashinform.ru/longreads/longreads/2022-10-26/kak-pravilno-smotret-pamyatnik-shaymuratovu-samyy-polnyy-putevoditel-3004180

 

Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйылған һәйкәл халыҡ-ара танылыу алды
Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйылған һәйкәл халыҡ-ара танылыу алды
Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйылған һәйкәл халыҡ-ара танылыу алды
Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйылған һәйкәл халыҡ-ара танылыу алды
Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйылған һәйкәл халыҡ-ара танылыу алды
Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйылған һәйкәл халыҡ-ара танылыу алды
Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйылған һәйкәл халыҡ-ара танылыу алды
Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйылған һәйкәл халыҡ-ара танылыу алды
Автор:Гульшат Кагарманова
Читайте нас