+15 °С
Ясно
Новости
16 Мая 2024, 11:36

Өфөлә «Туғанлыҡ» милли театрҙар фестивале призы күрһәтелде

Башҡортостандың баш ҡалаһынан «Туғанлыҡ» тип яҙылған тирмә рәүешендәге һигеҙ бүләк төрлө ҡалаларға һәм илдәргә таратыла. 

Өфөлә «Туғанлыҡ» милли театрҙар фестивале призы күрһәтелдеӨфөлә «Туғанлыҡ» милли театрҙар фестивале призы күрһәтелде
Өфөлә «Туғанлыҡ» милли театрҙар фестивале призы күрһәтелде

Улар лауреаттарға 23 майҙа фестивалде ябыу тантанаһында тапшырыласаҡ. Был хаҡта бөгөн «Туғанлыҡ» халыҡ-ара милли театрҙар фестиваленә арналған матбуғат конференцияһында хәбәр иттеләр.
Бүләк Башҡорт академия драма театрының баш рәссамы Альберт Нестеров тарафынан балсыҡтан эшләнгән. Шулай уҡ фестивалдә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла фестиваль бренды менән тәрилкәләр аласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Туғанлыҡ» фестивале Өфөлә 16-23 майҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры һәм «Нур» Өфө дәүләт татар театры сәхнәләрендә үтәсәк.
Быйыл фестиваль сиктәрен киңәйтте һәм тәүге тапҡыр «милли театрҙар фестивале» исеме аҫтында уҙғарыла, элек ул «төрки телле театрҙар фестивале» тип атала ине.
Афишала 15 спектакль күрһәтелгән, уларҙың икәүһе – конкурстан тыш: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәм А. С. Пушкин исемендәге Псков академия драма театры.
Конкурс программаһында - Абхазия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Башҡортостан, Татарстан, Төньяҡ Осетия-Алания, Мари Иле, Сыуашстан, Ҡалмыҡстан, Тува, Дағстан театр коллективтарының спектаклдәре. Кавказ театрҙары был фестивалдә беренсе тапҡыр ҡатнаша.
- Бөгөнгө ҡатмарлы хәлдә беҙҙе берләштергән рухи ептәрҙе ҡәҙерләргә тейешбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. - Башҡорт драма театрының фестивалде асыусы «Ҡыҙыл паша» спектакле Кәрим Хәкимовҡа арналған. Ул дуҫлыҡ күперҙәре төҙөй, был дипломатия символы, донъяны барлыҡҡа килтереүсе көс символы. Фестиваль кешеләрҙе берләштергән теманан башлана.
«Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале Өфөлә 1991 йылдан алып фекерҙәштәр осрашыуы һәм ижади тәжрибә уртаҡлашыу өсөн үткәрелә.

Өфөлә «Туғанлыҡ» милли театрҙар фестивале призы күрһәтелде
Өфөлә «Туғанлыҡ» милли театрҙар фестивале призы күрһәтелде
Автор:Ануза Якупова
Читайте нас