Фестиваль 24-26 майҙа Өфөлә Совет майҙанында һәм уның эргәһендәге урамдарҙа ойошторола.
Сарала ҡатнашыу өсөн ҙур нәшриәттәрҙән, сауҙа ойошмаларынан һәм букинсыларҙан 164 ғариза килгән. Фестивалдә шулай уҡ үҙҙәренең китап продукцияһын Белоруссия, Азербайжан, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан илдәре нәшриәттәре тәҡдим итәсәк.
Эшлекле программа сиктәрендә Өфө тәүге тапҡыр берләшмә етәксеһе Николай Иванов рәйеслегендә Рәсәй Яҙыусылар союзының “Халыҡтар дуҫлығы – әҙәбиәттәр дуҫлығы” пленумын ҡабул итә. Бынан тыш, милли нәшриәттәр менән түңәрәк өҫтәл, “Зәйнулла Рәсүлев мираҫы - Башҡортостан һәм Дағстан халыҡтары араһында хеҙмәттәшлекте тәрәнәйтеү” ғилми-ғәмәли конференцияһы һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзының 90 йыллығын байрам итеү ойошторола.
– Йәрминкә иртәнге сәғәт 10-дан киске 10-ға тиклем асыҡ буласаҡ. Төп саралар көндөҙгө сәғәт 12-лә өс майҙансыҡта – Ауыл хужалығы министрлығы, Сәнғәт институты һәм Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдында башлана, – тине Әминә Шафиҡова. - Кисен Ирина Климова, Иван Замотаев, Александр Олешко ҡатнашлығында “Йондоҙҙар менән китаптар уҡыу” ҡаралған, улар рус классикаһы әҫәрҙәре буйынса моноспектаклдәр тәҡдим итәсәк. Шулай уҡ фестивалдең һуңғы көнөндә, 26 майҙа, төп сәхнәлә Олег Ройҙың “Ебәрелмәгән хаттар” романы буйынса спектакль күрһәтелә. Автор китап йәрминкәһендә ҡатнашасаҡ һәм ижадын һөйөүселәр менән осраша.
Бынан тыш, 25 майҙа Дарья Донцованың ижад кисәһе үткәрелә, китап уҡыусылар менән осрашыуҙарҙы Октябрина Ганичкина, Оксана Фёдорова, Галина Сазонова үткәрә. Фестивалдә башҡорт яҙыусылары Айгиз Баймөхәмәтов, Миләүшә Ҡаһарманова, Марсель Сәлимов, Рәмил Сурағол һәм башҡалар әүҙем ҡатнашасаҡ.
– Көн һайын, былтырғы кеүек үк, программа нәфис фильмдар күрһәтеү менән тамамланасаҡ. Быйыл “Онегин”, “Шағир көндәлеге” һәм “Севастополь өсөн көрәш” таҫмаларын күрһәтәсәкбеҙ” – тип һөйләне Әминә Шафиҡова.
Балалар аудиторияһы өсөн интерактив уйындар һәм тамашалар ойошторола. Ә йәштәр өсөн “Киске уйын” – билдәле йәштәр башҡарыусыларын һәм төркөмдәрен йәлеп итеү менән “башҡорт ритайымы” һәм “рус кисе” халыҡ бейеүҙәрен ҡарау ҡаралған..
Саралар буйынса тулыраҡ мәғлүмәт менән уның рәсми сайтында йәрминкә уҙғарыу даталарына яҡыныраҡ танышырға мөмкин.
Башҡортостан Башлығы фестиваль сиктәрендә “Фронт өсөн хаттар” акцияһын ойошторорға тәҡдим итте, уға теләгән һәр кем ҡушыла ала. Шулай уҡ төбәк етәксеһе 24 майҙа Фёдор Шаляпин исемендәге Музыка музейын асыу буласағын хәтергә төшөрҙө.
– Былтыр “Китап байрамы”н беренсе тапҡыр үткәрҙек һәм ошо фестивалдең ниндәй һөҙөмтә биреүен үҙебеҙ ҙә көтмәнек. Был йәмғиәт өсөн бик изге эш, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Быйыл республика сараның мөһим китап майҙансыҡтарының береһенә әүерелә. Был – ҙур ҡаҙаныш. Фестивалде ойошҡан рәүештә үткәреү мөһим, уға ҡыҙыҡһыныу бик ҙур.
Башҡортостан Башлығы йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы һәм китап байрамы ҡунаҡтарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе ҡушты. Төбәктең Мәғариф һәм фән министрлығы шулай уҡ республика муниципалитеттары уҡыусыларына китап күргәҙмәһенә барыуҙа ярҙам күрһәтәсәк.
– Беҙ өлгәшергә ниәтләгән иң изге маҡсат – китапҡа һөйөү тәрбиәләү, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.