+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май , 12:37

«Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте Мәскәү кинофестивалендә иң яҡшыһы тип танылды

-

«Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте Мәскәү кинофестивалендә иң яҡшыһы тип танылды
«Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте Мәскәү кинофестивалендә иң яҡшыһы тип танылды

Мәскәүҙә Еңеү музейында Халыҡ-ара дөрөҫ кино фестиваленең иң яҡшы эштәре иғлан ителде. Улар араһында Өфөлә «Муха» студияһы төшөргән йәнһүрәт тә бар. Уларҙың «Төньяҡ амурҙары» «Иң яҡшы анимация фильмы» номинацияһында еңеп сыҡты, тип хәбәр итә федераль киң мәғлүмәт саралары.

Хәбәр иткәнебеҙсә, башҡорт яугирҙәренең 1812 йылғы һуғышта ҡатнашыуы хаҡындағы йәнһүрәт биш көн эсендә прокатта 3,5 миллион һум аҡса йыйған. Ҙур экрандарға сығыр алдынан Башинформ ошо таҫма тураһында иң ҡыҙыҡлы факттарҙы тупланы - https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-05-13/ufimskiy-multfilm-severnye-amury-priznan-luchshim-na-kinofestivale-v-moskve-3764076

Автор:
Читайте нас: