+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май , 10:11

Юлдаш Plus” йәштәр үҙәге асылды

7 май, радио һәм элемтәнең бөтә төр хеҙмәткәрҙәре көнө, “Юлдаш Plus” радиоһы Башҡортостан мәғлүмәт саралары тарихында йәнә бер мөһим аҙым яһаны: “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы биләмәһендә башҡорт йәштәрен берләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйған “Юлдаш Plus” йәштәр үҙәге асылды.

Юлдаш Plus” йәштәр үҙәге асылды
Юлдаш Plus” йәштәр үҙәге асылды

Сара Радио көнөнә һәм “Юлдаш Plus” радиоһының юбилейына арналды, тантанала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Баҙранов, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Елена Арямнова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов, БР Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов һәм башҡа рәсми ҡунаҡтар ҡатнашты.

Йәштәр интернет-радиоһы 2014 йылдың 1 cентябрендә «Юлдаш» радиоһы нигеҙендә һәм техник базаһында эшләй башлаған. Ижади коллектив ун йыл дауамында эфирҙан тыш төбәктең ижади йәштәрен туплап торған төрлө саралар уҙғара, милли мәғлүмәт саралары өсөн кадрҙар әҙерләүгә ҙур өлөш индерә.

Үҙәк асылыу менән башҡорт йәштәрен берләштереүҙе, саф башҡортса аралашыуҙы, үҙ телебеҙҙә ижад ителгән йырҙарҙы популярлаштырыуҙы маҡсат итеп алған йәштәр интернет-радиоһының мөмкинлектәре тағы ла киңәйҙе. Хәҙер тынғыһыҙ ижади коллектив баш ҡаланың башҡорт йәштәре өсөн был яңы үҙәктә квиз, оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәл һәм башҡа төрлө интерактив саралар үткәрергә әҙер. Уңайлы майҙансыҡта радио дуҫтары үҙҙәре лә ижади идеяларын тормошҡа ашыра, туған телендә аралаша һәм подкаст төшөрөү өсөн йыһазландырылған зонала медиа-продукция әҙерләй аласаҡ.

Үҙ сиратында, көн һайын эфирға сығып, өҙлөкһөҙ элемтәне тәьмин иткән, эшлекле бәйләнештәрҙе үҫтереүгә, халыҡҡа ғәмәлдәге хәл- ваҡиғалар тураһында хәбәр итеүгә, милли мәҙәниәтте, туған телде һаҡлауға ҙур өлөш индергән барлыҡ радио хеҙмәткәрҙәренә изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ, һаулыҡ, именлек һәм бәхет теләйбеҙ!

ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ

 

Юлдаш Plus” йәштәр үҙәге асылды
Юлдаш Plus” йәштәр үҙәге асылды
Автор:
Читайте нас: