+9 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель , 18:54

“Беҙ – атайсал усағын, именлеген һәм традицияларын һаҡлаусылар”

Өфөлә “Торатау” конгресс-холында III Республика “Ватан көсө” форумы уҙҙы. Ул – республикабыҙҙа уңышлы тормошҡа ашырылған “Атайсал” проектының сираттағы миҙгеленә йомғаҡ яһауға арналған ҙур һәм мәртәбәле сара.Республикала "Атайсал" проектын тормошҡа ашырыу республика етәксеһе Радий Хәбировтың "Яҡташтарҙың берҙәмлегенә, уларҙың оло һәм кесе ватанына һөйөүенә ышанам", тигән инаныуы һәм тәҡдиме менән башланып киткәйне.

“Беҙ – атайсал усағын, именлеген һәм традицияларын һаҡлаусылар”
“Беҙ – атайсал усағын, именлеген һәм традицияларын һаҡлаусылар”

Форумдың тәүге яртыһында секциялар ултырышы үтте, түңәрәк өҫтәл форматында төрлө йүнәлештәр буйынса фекер алышыуҙар булды.
“Беҙ – атайсал усағын, именлеген һәм традицияларын һаҡлаусылар” секцияһы республика "Ағинәй" һәм "Ирҙәр ҡоро" йәмәғәт ойошмаларын йыйҙы. "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева ҡатнашыусыларҙы эшлекле һөйләшеүгә, фекер алышыуға саҡырып, шулай тине: "Ошо ойошманы ойошторған ваҡытта уның ағзалары алдына ауылдарыбыҙҙың йәшәйеш утын, ҡотон һаҡлау, ундағы тормош ағышын күҙ менән ҡаш араһында тотоу бурысы ҡуйылғайны. Был бурысты атҡарыуҙың бихисап саралары билдәләнгәйне. Беренсенән, һәр ҡатын-ҡыҙ кәсепле, һөнәрле булып, уны йәшәйешенең төп шөғөлө тип иҫәпләгән. Быға тиклем кәрәкмәгән шөғөл тип ташлап ҡуйыла яҙған балаҫ һуғыу, кейеҙ баҫыу, сигеү-бәйләү-тегеү кеүек кәсептәр, һарыҡ йөнө кеүек күп төрлө файҙалы һәм кәрәкле кейем-һалым сеймалы ҡулланылышҡа ҡайтарылды. Халҡыбыҙҙың тәрбиә мәктәбе аяҡҡа баҫтырылды. Милли аш-һыуҙарға, милли кейем һәм биҙәүестәргә, йолаларға яңынан йөҙ боролдо. Ҡыҫҡаһы, ағинәйҙәр алдына ҡуйылған бурыстар үтәлде, үтәлә. Улар бөгөн ауылдарҙың утын һәм ҡотон, милләттең бәҫен, ырыҫын һаҡлаусы төп көскә әйләнде. Ә бына ир-егеттәргә атай-олатайҙарҙың бик күп бурыстарын тергеҙәһе бар әле. РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров был "Ирҙәр ҡоро"н ойоштороуға ең һыҙғанып тотоноп, бик дөрөҫ эшләне. Ағинәйҙәр һеҙгә ярҙам итергә, шулай уҡ һеҙҙең дә ярҙамдан файҙаланырға бик шат булыр..."
Республиканың “Ирҙәр ҡоро” етәксеһе Зариф Байғусҡаров бөгөн йәмғиәтебеҙҙә атайҙар абруйын күтәреүҙе, атайҙар менән улдар араһында бәйләнеште нығытыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйыу кәрәклеген билдәләне. Улдарға атай тәрбиәһен алыу бик мөһим - уларҙың бер-береһе менән аралашыуын көсәйтеү буйынса эш алып барырға саҡырҙы секцияла ҡатнашыусыларҙы.
Райондарҙа ойошторолоп уңышлы эшләй башлаған “Ирҙәр ҡоро” етәкселәренә лә секцияла һүҙ бирелде. Улар тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Йәнле һөйләшеү барышында фәһемле фекерҙәр, тәҡдимдәр яңғыраны.
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов атайсал усағын, именлеген һәм традицияларын һаҡлау һәм яҡлауҙы уңышлы алып барған өс иң өлкән ағинәйгә «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы тапшырҙы. (Янбаева Рәйсә Тимерғәли ҡыҙы, Йылайыр районы; Амантаева Хәфизә Сәғәҙәт ҡыҙы, Йылайыр; Малбаева Тамара Рәшит ҡыҙы, Көйөргәҙе районы “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе).

“Беҙ – атайсал усағын, именлеген һәм традицияларын һаҡлаусылар”
“Беҙ – атайсал усағын, именлеген һәм традицияларын һаҡлаусылар”
“Беҙ – атайсал усағын, именлеген һәм традицияларын һаҡлаусылар”
“Беҙ – атайсал усағын, именлеген һәм традицияларын һаҡлаусылар”
“Беҙ – атайсал усағын, именлеген һәм традицияларын һаҡлаусылар”
Автор:
Читайте нас: