+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель , 16:24

"Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант “ акцияһының барлыҡҡа килеү тарихы

Идеяның авторы – филология фәндәре кандидаты, "Ватандаш" журналының баш мөхәррире, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Рәшиҙә Мәһәҙиева.

"Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант “ акцияһының барлыҡҡа килеү тарихы
"Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант “ акцияһының барлыҡҡа килеү тарихы

Беренсе тапҡыр башҡорт теленән диктант 2015 йылда Башҡорт дәүләт университетында (хәҙер – Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университеты) уҙғарылды. Акцияға онлайн форматында университеттың Стәрлетамаҡ, Сибай, Нефтекама һәм Бөрө ҡалаларындағы филиалдары ла ҡушылды. Ул ваҡытта башҡорт телендә диктантты 3 мең 500 кеше яҙғайны.

Акция "башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам" девизы аҫтында үткәйне, ә эмблема итеп "ә" хәрефе алынғайны. Баланың теле лә бит "әсәй", "әпәй" тип асыла, мәктәптә уҡыуҙар әлифбанан башлана. Ул ваҡытта диктант өсөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың "Башҡорттар китте һуғышҡа" романынан өҙөк һайлап алынды. Диктантты  Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев уҡыны.

Диктант яҙыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта. Әйтәйек, 2019 йылда 69 687 кеше башҡорт телендә диктант яҙған. 2020 йылда – 305 600, 2021 йылда – 321 782, 2022 йылда – 334 523, 2023 йылда иһә 340 333 илһөйәр диктант яҙған. Әйткәндәй, 2019 йылда акцияла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты, шул уҡ йылды сара халыҡ-ара статусын алды. 

Бөгөн иһә башҡорт телендә диктант яҙыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы акцияға мәртәбә өҫтәне.

https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2024-04-27/bash-ortsa-diktant-ya-y-3746394

 

Автор:
Читайте нас: