+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Апрель , 10:36

*Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты бергәләп яҙайыҡ!*

Белем биреү акцияһы 27 апрелдән 29-ына тиклем ойошторола. Диктант тексын дикторҙар «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында тура эфирҙа 27 апрелдә 11:00 сәғәттә уҡый башлай.

*Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты бергәләп яҙайыҡ!*
*Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты бергәләп яҙайыҡ!*

2024 йылда ойоштороусылар текстарҙың тематикаһын илһөйәрлеккә, йәштәр тормошона һәм ғаилә ҡиммәттәренә бағышлаған. Диктант яҙыу өс йүнәлештә ойошторола.

🕚 11:00 сәғәттән 11:25 тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
🕦 11:30 сәғәттән 12:00 тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
🕛 12:05 сәғәттән 12:30 тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

✍🏻 https://lkbash.ru һылтанмаһы буйынса акцияла ҡатнашыусы тейешле офлайн-майҙансыҡты һайлай ала. Шулай уҡ һәр кем диктантты үҙ аллы онлайн да яҙырға мөмкин. Тура эфир видеоһы https://bashdictant.ru/ сайтында урынлаштырыласаҡ.

✉ Диктант тексын фотоға төшөрөргә (скан аша үткәрергә) һәм 29 апрелдең 23:59 сәғ. тиклем электрон почтаға: [email protected] йәки телеграм-ботҡа: https://t.me/bash_dictant_bot ебәрергә кәрәк.

Акцияға йомғаҡ 30 көн дауамында Башҡорт теленән халыҡ-ара диктанттың рәсми сайтында яһаласаҡ. Ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йәки телеграм-бот аша ебәрелә.

Тел – халҡыбыҙҙың рухи байлығы. Барығыҙға ла уңыштар!

#башҡорттелендәдиктант
#башдиктант #башдиктант2024
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам

Автор:
Читайте нас: