+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель , 08:54

Элвин Грей Олег Газманов менән дуэт яҙҙырған

Башҡорт эстрадаһы йондоҙо Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Газманов менән дуэт йырлаған. Улар бергәләп «Звездочка в стакане» тигән патриотик йыр яҙҙырған. Һүҙҙәрен һәм көйөн Урал Рәшитов ижад иткән.

Элвин Грей Олег Газманов менән дуэт яҙҙырған
Элвин Грей Олег Газманов менән дуэт яҙҙырған

«Был — Тыуған илгә һөйөү һәм тоғролоҡ билдәһе»,  — тип яҙған Элвин Грей социаль селтәрҙә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың декабрендә Элвин Грей Олег Газманов менән төшкән фотоһын күрһәтте. Шул саҡта уҡ уның ижадын һөйөүселәр улар йыр яҙҙырырға әҙерләнәлер тигән комментарийҙар ҡалдырғайны. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-23/bashkirskiy-pevets-elvin-grey-prezentoval-sovmestnuyu-pesnyu-s-olegom-gazmanovym-3739298

Автор:
Читайте нас: