+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Апрель , 15:33

Йырсылар Ришат Төхвәтуллин һәм Әлиә Ҡарасурина беренсегә атай-әсәй булған

Башҡорт һәм татар эстрадаһының популяр йырсылары Әлиә Ҡарасурина һәм Ришат Төхвәтуллин тәүгә ата-әсәй булған. Улар социаль селтәрҙә ҡыуанысы менән уртаҡлашҡан.

Йырсылар Ришат Төхвәтуллин һәм Әлиә Ҡарасурина беренсегә атай-әсәй булған
Йырсылар Ришат Төхвәтуллин һәм Әлиә Ҡарасурина беренсегә атай-әсәй булған

«Улым, донъяға ауаз һалған көнөң менән», — тип яҙа Әлиә.

Малай 10 апрелдә тыуған. Атай кеше ошо көнгәсә сабыйҙың малаймы-ҡыҙмы икәнен белмәгән. Ҡыҙ булыр тип уйлаған.

Хәтерегҙгә төшөрәбеҙ, йәштәр 2023 йылда өйләнеште. Апрелдә ғашиҡтар никах уҡытты, ә июнь айында гөрләтеп туй үткәрҙе. Ришат Төхвәтуллин Туймазы районының Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында тыуып үҫкән, Өфө сәнғәт институтын тамамлаған. Әлиә Ҡарасурина Дүртөйлө районының Шишмә ауылында тыуған, Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт университетында уҡыған. Ришат менән бер коллективта эшләй, йәштәр дуэт менән йырлай.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-11/pevtsy-iz-bashkirii-rishat-tuhvatullin-i-aliya-karachurina-vpervye-stali-roditelyami-3723516

Автор:Ләйсән Закирова
Автор:
Читайте нас: