+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель , 16:25

Йәнең йәннәттә булһын, тыныс йоҡла, Нурийән олатай!

Изге ураҙа айының оло йомаһында Әбйәлил районы Хәлил ауылының иң оло кешеһе, беҙҙең яратҡан олатайыбыҙ Нурийән Абдразаҡов баҡыйлыҡҡа күсте, тип яҙҙы үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова-Байбулатова.

Йәнең йәннәттә булһын, тыныс йоҡла, Нурийән олатай!
Йәнең йәннәттә булһын, тыныс йоҡла, Нурийән олатай!

Йор һүҙле, оло йөрәкле, изге күңелле кеше ине ул, Ишбикә өләсәй менән ауылдың күркәм ғаиләләренең береһе булдылар, шәп балалар тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Аҫтағы ошо фотоны 2013 йылда Нурийән олатайҙың 85 йәшен һәм гәүһәр туйҙарын билдәләгәндә Ильдар Байбулатов төшөргәйне. Һуңынан ул фото интернет киңлектәрендә ныҡ таралып, популяр булып китте. Тап шул фотола Нурийән олатайҙың бар булмышы сағыла: шаян, эскерһеҙ, алсаҡ, ихлас! Беҙҙең хәтерҙә лә ул шундай булып ҡаласаҡ. Йәнең йәннәттә булһын, тыныс йоҡла, Нурийән олатай!

Рамзия Каримова-Байбулатова

https://vk.com/im?peers=796544666&sel=396373839&w=wall12685243_20006%2Fb4321ac13d4f059db1

 

Йәнең йәннәттә булһын, тыныс йоҡла, Нурийән олатай!
Йәнең йәннәттә булһын, тыныс йоҡла, Нурийән олатай!
Йәнең йәннәттә булһын, тыныс йоҡла, Нурийән олатай!
Автор:
Читайте нас: