+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель , 10:59

Белорет районында төшөрөлгән фильмда төп ролдә Марина Александрова уйнай

Белорет районында режиссер Сергей Пикаловтың «Нуль нөктәһе. Эпиүҙәк» күп сериялы нәфис фильмы төшөрөлдө. Фильмда төп ролде Марина Александрова башҡара. Был хаҡта Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта хәбәр итте.

Белорет районында төшөрөлгән фильмда төп ролдә Марина Александрова уйнай
Белорет районында төшөрөлгән фильмда төп ролдә Марина Александрова уйнай

Фильмдың сюжеты буйынса тәжрибәле вирусолог Мәскәүҙәге тормошон ташлап, Новосибирскиҙағы ғилми-тикшеренеү үҙәгенә эшкә күсә. Төпкөлдәге ауылда ул миллионлы ҡалаға таралыу ҡурҡынысы янаған билдәһеҙ сир сығанағын таба.

Сериалдың премьераһы 4 апрелдә ИВИ платформаһында, һуңынан НТВ телеканалында күрһәтелә.

«Картинаның төп эпизодтарын былтыр йәй Отнурок, Ишле ауылдарында һәм Морат тау саңғыһы үҙәге янындараҡ шәхси ҡунаҡханала төшөрҙөләр, — тип билдәләне район башлағы. — Күмәк сәхнәләрҙә Белорет ҡалаһы һәм районы халҡы ла ҡатнашты, шулай уҡ ижади төркөмгә реквизиттар, транспорт менән ярҙам күрһәтте. Һоҡланғыс тәбиғәтле районыбыҙ бер нисә тапҡыр кинематографистарҙы үҙенә йәлеп итте».

Бынан алдараҡ «Башинформ» Белорет районында режиссер Ольга Субботинаның «Счастье не за горами» сериалын, режиссер Александр Галибиндың «Һеңлекәш», тағы ла «Пропавшая экспедиция» һәм легендар «Вечный зов» тигән совет фильмдарын төшөрөүҙәре тураһында хәбәр иткәйне.

Ләйлә Аралбаева

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-04-01/v-beloretskom-rayone-bashkirii-snyali-film-s-marinoy-aleksandrovoy-v-glavnoy-roli-3709462

Белорет районында төшөрөлгән фильмда төп ролдә Марина Александрова уйнай
Белорет районында төшөрөлгән фильмда төп ролдә Марина Александрова уйнай
Автор:
Читайте нас: