+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март , 14:57

Айгөл Әхмәтшина Лондон оркестры менән башҡорт халыҡ йырын яҙҙырған

Айгөл Әхмәтшина Лондон оркестры менән башҡорт халыҡ йырын яҙҙырған

Айгөл Әхмәтшина Лондон оркестры менән башҡорт халыҡ йырын яҙҙырған
Айгөл Әхмәтшина Лондон оркестры менән башҡорт халыҡ йырын яҙҙырған

Хәҙерге көндә Лондонда йәшәп ижад иткән яҡташыбыҙ, опера йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айгөл Әхмәтшина оркестр менән «Һандуғас» башҡорт халыҡ йырын сығарған. Артистка итальян дирижеры Даниэле Рустиони етәкселегендәге Король филармония оркестры (Бөйөк Британияның дәүләт оркестры) менән яҙҙырған.

«The nightingale» яҙмаһының башҡортса өҙөгөн йырсының рәсми сайтында тыңларға мөмкин. Диск быйыл донъя күрергә тейеш.

— Бөгөн минең «Һандуғас» тигән яңы синглым сыҡты. Сәнғәткә юлым башҡорт халыҡ йырҙарынан башланды. Ә был йыр минең өсөн айырыуса әһәмиәткә эйә, сөнки ул миңә бала сағымды, өләсәйемдең йырлағанын иҫемә төшөрә, — ти йырсы. — «Һандуғас» — йыр ғына түгел, ул тарихымдың һәм мәҙәниәтемдең символы, бының өсөн үҙенсәлекле башҡорт күлдәген һайланым. Һеҙгә оҡшар тип ышанам.

Айгөл Әхмәтшина — Башҡортостандың Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуып үҫкән, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, яҡташыбыҙ — билдәле Decca Classic донъя классик музыка лейблының эксклюзив артисы. Ул һуңғы 30 йылда контракт төҙөгән беренсе меццо-сопрано булды.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-03-25/aygul-ahmetshina-zapisala-s-londonskim-orkestrom-bashkirskuyu-narodnuyu-pesnyu-3699471

Автор:Ләйлә Аралбаева
Автор:
Читайте нас: