+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Март , 18:28

Һөнәри байрамдары алдынан баш ҡалабыҙ Өфөлә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды

-

Һөнәри байрамдары алдынан баш ҡалабыҙ Өфөлә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды
Һөнәри байрамдары алдынан баш ҡалабыҙ Өфөлә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды

"Бүләкләнеүселәр араһында хәйбуллалыларҙың да булыуы ҡыуаныслы.
Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Гөлназ Иманова "Башҡортостан Республикаһының Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" исеменә лайыҡ булды.
Райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Рәзилә Байғусҡароваға күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы тапшырылды. Шулай уҡ билдәле яҡташтарыбыҙ - Сәйет Билалов Һәм Рим Асҡаров "Башҡортостан Республикаһының Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" исеменә лайыҡ булдылар. Яңы профессиональ еңеүҙәр һәм ижади оҙон ғүмер, бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия, көслө алҡыштар һәм танылыу теләйбеҙ!" - тип шатлыҡ уртаҡлаша район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов 

 

Сәйет Билалов: Бала саҡта әсәйем менән Ҡаҙағстанда йәшәргә тура килде. Байтаҡ ҡына ваҡыт үткәс, кире тыуған яҡтарға – республикабыҙҙың иң матур ауылдарының береһе Хәйбулла районы Әбеш ауылына ҡайттыҡ. Ул төйәк бейек ҡаялар, ғорур тауҙар, хозур йылғалар араһында урынлашҡан, торғаны бер ожмах инде. Шул тәбиғәттең матурлығына иҫем китеп һоҡлана инем. Сөнки, Ҡаҙағстанда ундай хөрриәтте күргәнем булманы.
Сентябрь айы, уҡыу йылы башланып китте. Мәктәп тау битләүендә генә ултыра. Беҙ малайҙар менән тышҡа сыҡтыҡ та, бейек тау башына йүгереп менергә булдыҡ. Кемдәрҙер, хәлдәре бөтөп, ятып ҡалды, ә мин, бер нәмәгә ҡарамай, тик алға уҡталам. Шул ваҡыт, өлкән синыфтағы ағайҙар: “Был Сәйет менеп етәме, юҡмы,” – тип, ҡарап торғандар. Мин, Ҡаҙағстандан үҙемдең тыуған Башҡортостаныма ҡайтыуыма ҡыуа нып мы икән, Парапал тауының иң бейек түбәһенә бер тынала менеп тә еттем.
Аҙаҡ, тау аҫтына төшкәс, Дим Асҡаров һәм башҡа ағайҙар мине, саҡырып алып, маҡтап: “Һин мотлаҡ спорт менән шөғөлләнергә тейешһең,” – тип, үҙҙәренең түңәрәгенә саҡырҙы. “Әгәр ҙә килмәһәң, ҡолаҡ төбөңә эләгә,” – тип, шаяртып, йоҙроҡ та төйөп ҡуйҙылар.
Килмәй буламы, шатланып килдем. Кинәнеп, милли көрәш менән шөғөлләнә башланым. Бик күп алдынғы урындарҙы яуланым. Әбеш ауылы мәктәбе спорт яғынан бик көслө ине. Хатта киләсәгемде милли көрәш менән бәйләргә уйлағайным ул саҡта. Яҙмыш һуҡмаҡтары ижад һәм сәнғәт юлына боролдо. Уға ҡарамаҫтан, бөтөн яҡлап өлгөрөргә тырышам: спорт менән дә шөғөлләнеп, ижад юлын да бергә алып барам.
Һөнәри байрамдары алдынан баш ҡалабыҙ Өфөлә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды
Һөнәри байрамдары алдынан баш ҡалабыҙ Өфөлә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды
Автор:
Читайте нас: