Өфөнөң «Нур» дәүләт татар театрында билдәле татар драматургы Илгиз Зәйниевтың «Мөхәббәт элмәге» шаҡ ҡатырғыс комедияһы буйынса яңы спектакль әҙерләнә.
— Бына ҡайҙа буласаҡ ваҡиғалар өйөрмәһе, хистәр бураны! Ә барыһына ла төп герой – яҙыусы Альберт Мурзин сәбәпсе. Нәҡ уның фатирында көтөлмәгән хәл килеп тыуа һәм яҙыусының бар тормошо аҫты-өҫкә килә. Спектакль, әлбиттә. мөхәббәт тураһында. Дөрөҫөрәге, яҙыусы тормошонда, ниһайәт, пайҙә булған ысын мөхәббәт хаҡында, — тип белдерҙеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә.
Әйткәндәй, хәҙерге көндә театр репертуарында шул уҡ авторҙың — Илгиз Зәйниевтың «Хыял йорто» спектакле ҙур уңыш менән бара. Әлегеһе «Нур» театры өсөн тупланған беренсе студия сығарылышы артистарының юбилейҙарына бағышлап ҡуйыла һәм улар өсөн бенефис спектакле була.
Комедияла Башҡортостандың халыҡ артистары Рушат Мөҙәрисов, Миңленур Сәйетова-Ғиззәтуллина һәм Резида Зарипова, атҡаҙанған артистар Эльмир Ғәзизуллин, Лияна Хәйертдинова, Айһылыу Ғүмәрова һәм башҡа билдәле артистар уйнай.
Спектаклдең режиссеры — Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншин, рәссамы — Полина Емельянова, композиторы — Башҡортостандың халыҡ артисы һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлай Үҙәнбаев.
Премьера 26, 27 мартҡа тәғәйенләнгән.
16+