+13 °С
Облачно
Новости
11 Марта 2024, 08:10

Башҡортостанда Дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторолдо

-

Башҡортостанда Дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторолдоБашҡортостанда Дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторолдо
Башҡортостанда Дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторолдо

Башҡорт дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторолдо. Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Тейешле указға бөгөн ҡул ҡуйылған.

— Мәҙәниәт буйынса советта Башҡорт дәүләт ҡурайсылар ансамблен ойоштороу тураһында бик күп мөрәжәғәттәр килде. Беҙ Әминә Ивний ҡыҙы менән үҙебеҙҙең мөмкинлектәрҙе барланыҡ. Мәктәптәр ҙә, көслө артистар ҙа күп, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. — Бөгөнгө көндө республиканың дәүләт ҡурайсылар ансамбленең тыуған көнө тип иҫәпләргә мөмкин.

Радий Хәбиров Республика көнөндә ошо ансамбль сығыш яһай алһын өсөн мәҙәниәт министрына тиҙ арала коллективты тупларға ҡушты.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-03-11/v-bashkirii-sozdali-gosudarstvennyy-ansambl-kuraistov-3675713

Автор:Ләйлә Аралбаева
Автор:
Читайте нас