Йырсы, йырҙар авторы Зилә Лира изге эшкә тотонған. Ул «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә СВО-ла ҡатнашҡан һалдаттар өсөн кейеҙ билбауҙар баҫа башлаған.
Кейеҙ билбауҙар бик йылы. Кейеп йөрөргә лә, йоҡлағанда уранып ятырға ла мөмкин. Билбауҙар Өфө, Кустарная урамы, 17 адресы буйынса эшләнә («Атайсал» үҙәге).
Бында һарыҡ йөнө тапшырырға ла була, бик ҡыуанып ҡабул итерҙәр.
https://vk.com/im?sel=396373839&w=wall-85076499_70826%2Fa1ccef41092246aba4