+20 °С
Дождь
Новости
18 Февраля 2024, 11:48

Өфөлә Мортаза Рәхимовтың 90 йыллығына арналған шиғри проекттың финалсылары билдәләнде

-

Өфөлә Мортаза Рәхимовтың 90 йыллығына арналған шиғри проекттың финалсылары билдәләндеӨфөлә Мортаза Рәхимовтың 90 йыллығына арналған шиғри проекттың финалсылары билдәләнде
Өфөлә Мортаза Рәхимовтың 90 йыллығына арналған шиғри проекттың финалсылары билдәләнде

Өфөлә Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышланған «Йөрәк һүҙе» шиғриәт бәйгеһенең һайлап алыу турына йомғаҡ яһалды.

Эксперт советы ағзалары бәйге майҙанына сығырға дәғүә итеүсе 98 кеше араһынан 12 финалсыны һайлап алды. Уларҙың исемдәре менән проект етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова таныштырҙы. Бына улар еңеүселәр:

- Салауат ҡалаһынан Рәмзиә һәм Рафаэль Ғәйнуллиндар,

- Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Сәлимә һәм Фәнил Ҡарасуриндар,

- Инйәр ҡасабаһынан Зөлхизә һәм Асия Йосоповалар,

- Миәкә районынан Ғәлиә Шәйәхмәтова,

- Иглин районынан Гөлшат Ибәтова,

- Стәрлебаш районынан Илдар Моратов,

- Фёдоровка районынан Филүс Юлдашбаев,

- Бөрйән районынан Зөлфиә Шәмиғолова,

- Өфөнән Тимур Байбурин,

- Балтас районынан Гөлсибәр Әхмәтғәлиева,

- Өфөнән Ғайсар Мөхәмәтйәнов,

- Ҡырмыҫҡалы районынан Гөлсиә Бикҡужина.

Шулай уҡ ниндәйҙер сәбәптәр менән финалсылар араһынан кемдәрҙер ҡатнаша алмаһа, улар урынына алмашҡа 4 кеше исемлеге билдәләнде. Улар - Бөрйән районынан Гөлнара Вәлиева, Ҡыйғы районынан Раушания Мәхмүтова, Ырымбурҙан Борис Мәхмүтов һәм Өфөнән Гөлнәзирә Буранҡаева.

Шиғриәт бәйгеһенең финалы 2024 йылдың яҙында Башҡорт опера һәм балет театрында була.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-02-16/v-ufe-opredelili-finalistov-poeticheskogo-proekta-k-90-letiyu-murtazy-rahimova-3646383

Автор:Ләйлә Аралбаева
Автор:
Читайте нас