+18 °С
Облачно
Новости
17 Февраля 2024, 08:02

“Нур” театрында Сәүиә Сираеваның ижад кисәһе уҙҙы

-

“Нур” театрында Сәүиә Сираеваның ижад кисәһе уҙҙы“Нур” театрында Сәүиә Сираеваның ижад кисәһе уҙҙы
“Нур” театрында Сәүиә Сираеваның ижад кисәһе уҙҙы

Өфө “Нур” татар дәүләт театрында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башкортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Сәүиә Сираеваның ижад кисәһе уҙҙы. Сара легендар актрисаның талантын хөрмәт итеүселәрҙе - яҡташтарын, дуҫтарын, туғандарын йыйҙы.
Актриса бик күп ҡотлауҙар ҡабул итте. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров исеменән уның хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев ҡотланы, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт бүләге - Халыҡтар Дуҫлығы ордены тапшырҙы.
- Мин Һеҙгә актриса, шәхес, ҡатын-ҡыҙ булараҡ һоҡланам. Беҙ һеҙҙе бик яратабыҙ! - тине Искәндәр Рәүф улы.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаттары исеменән Заһир Хәкимов ҡотланы, ә Өфө ҡалаһы хакимиәте исеменән ул мәҙәниәт һәм сәнғәт идараһы начальнигы урынбаҫары Салауат Дәүләтшиндан ҡотлау алды.
Шулай уҡ, юбиляр мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының ойошма рәйесе Александр Кузьменконан иң йылы ҡотлауҙар ҡабул итте.
Башҡортостан Республикаһы Театр берлеге исеменән юбилярға Башҡортостан Республикаһы Театр хеҙмәткәрҙәре берлеге рәйесе Әхтәм Әбүшахманов Рәсәй Театр хеҙмәткәрҙәре берлеге рәйесе Владимир Машков исеменән Маҡтау грамотаһы тапшырҙы.
Актрисаны күрше өлкәләр театрҙары, телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйына хезмәттәштәре ҡотланы.

Сәүиә Сираеваның тыуып үҫкән Нуриман районы ҙур делегация тарафынан тәҡдим ителде һәм һәр кем юбилярға ысын күңелдән ҡотлауҙар еткерҙе.
Программала музыкаль ҡотлауҙар ҙа күп булды. Юбилярҙың 90 йәштә лә сәхнәне тетрәтеп бейеп, спектаклдәрҙә актив уйнауы осрағының уникаллеген билдәләп үтергә кәрәк.
Сәүиә Ғимаҙислам ҡыҙының һәр сығышы, уның һәр репликаһы көслө алҡыштар менән оҙатыла барҙы.
Программаның финалында юбилярҙы утыҙ йылдан артыҡ хеҙмәт иткән "Нур" театрының директоры һәм туған коллективы сәләмләне. Актриса барлыҡ ҡунаҡтарға һәм юбилей кисәһен ойоштороусыларға оло рәхмәтен белдерҙе.

Миләүшә Ҡыҙрасова.

Эдуард Зарипов фотолары.

“Нур” театрында Сәүиә Сираеваның ижад кисәһе уҙҙы
“Нур” театрында Сәүиә Сираеваның ижад кисәһе уҙҙы
Автор:
Читайте нас