+15 °С
Облачно
Новости
15 Февраля 2024, 05:45

Башҡортостанда ашыҡ милли спорт уйынын тергеҙәләр

Ашыҡ – эре һәм ваҡ мөгөҙлө малдың бәкәл быуынындағы һәм бот һөйәге араһында урынлашҡан бәләкәй уйын һөйәге. Ашыҡ уйыны өсөн ғәҙәттә һарыҡ тояғы һөйәктәре ҡулланыла. Ул уйын өсөн генә түгел, бағымсылыҡта ла ҡулланылған. «Алтын ашыҡ» - бик ҡәҙерле нәмәне йә еңеү үә даланды аңлатҡан һүҙбәйләнеш.

Башҡортостанда ашыҡ милли спорт уйынын тергеҙәләрБашҡортостанда ашыҡ милли спорт уйынын тергеҙәләр
Башҡортостанда ашыҡ милли спорт уйынын тергеҙәләр

30 мартта «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә башҡорт халыҡ уйындары буйынса «Алтын ашыҡ» беренсе республика ярышы үтәсәк. Әле ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә, тип хәбәр итә халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте.

Ярыштар ике йәш төркөмөндә үтәсәк: 1-се төркөм – балалар (7-15 йәш); 2-се төркөм – 16 йәштән өлкәндәр. Команда составы бер ойошманан кәм тигәндә 4 кеше: 2 ир-ат (һәр йәш төркөмөндә 1 кеше), 2 ҡатын-ҡыҙ (һәр йәш төркөмөндә 1 кеше).

Быйыл «Алтын ашыҡ» ярышы «Биш ашыҡ» уйыны буйынса үтәсәк. «Биш ашыҡ» уйыны буйынса ярыштан һуң «Ашыҡ атыу» милли уйындары буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Артабанғы йылдарҙа ярыштар өс һәм унан да күберәк ашыҡ уйыны төрө буйынса үтәсәк: «Биш ашыҡ», «Ашыҡ атыу» һәм «Ямғыр-таш». Был уйынды нисек уйнарға, видеола күрһәтелгән.

https://vk.com/video-17677567_456239122

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-02-14/v-bashkirii-vozrozhdayut-natsionalnuyu-sportivnuyu-igru-v-ashyki-3642716

 

Автор:
Читайте нас