-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль , 13:21

Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә

-

Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә

17-23 мартта Башҡортостандың баш ҡалаһында Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале үтәсәк.

Нуриев фестивале хаҡлы рәүештә абруйлы балет форумдарының береһе булып иҫәпләнә һәм донъяның төрлө тарафтарында билдәле. Ул Юрий Григоровичтың башланғысы буйынса Өфөлә 1993 йылдан алып уҙғарыла.

Фестиваль барышында донъяның балет сәхнәһе йондоҙҙары - Рәсәйҙең Ҙур театры, Мариин театры, Борис Эйфман балет театры, «Кремль балеты» театры, Станиславский һәм Немирович-Данченко исемендәге Мәскәү академия музыка театры, шулай уҡ Мәжит Ғафури исемендәге Мәскәү классик хореография театры, Урал опера театры солистары ҡатнашлығында ике Гала-концерт була.

Билеттар һатыла башланы.

Автор:
Читайте нас в