«Өс ай элек беҙ эске ҡоролмаларҙы тикшерҙек, әммә унда ҙур проблемалар булманы, шуға күрә беҙ төҙөлөш эштәренең беренсе этабына күсәбеҙ. Хәҙер мәсет тышын матурлау өсөн гранит эҙләйбеҙ. Итальян граниты менән көпләргә уйлайбыҙ, әлегә уйлайбыҙ. Был эшкә ике йыл ваҡыт китәсәк, финанслау мәсьәләләрен хәл иттем.
Быйылға – 700 миллион һум, киләһе йылға бер миллиард һум аҡса һалынасаҡ. Артабан эске проектын эшләп, финанслау мөмкинлектәрен табырбыҙ. Әлбиттә, мәсетте төҙөп бөтәсәкбеҙ, балҡып торорға тейеш!» - тип сығыш яһаны төбәк башлығы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы активистары алдында.
https://vk.com/im?sel=396373839&w=wall-85076499_70656%2F2f197f8460bbc8aa3e