Ансамблдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, биш сәғәтлек интенсив «Башҡортостан халыҡтарының бейеү мәҙәниәтенең төп үҙенсәлектәре. Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәров мираҫы» темаһына арнала. Илнур Әйүпов башҡорт халҡының мәҙәниәте, башҡорт бейеүендә сағылыш тапҡан йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында һөйләне, ҡатнашыусыларҙы ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар характерында ҡулдарҙың төп позициялары (мәҫәлән, ирҙәр бейеүендә «Салауат» позаһы менән), корпустың торошо һәм төп аҙым менән таныштырҙы. Һуңынан ул Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең алтын композицияларын – «Гөлнәзирә» һәм «Зарифа» бейеүҙәрен – тәүге башҡорт бейеүен өйрәнергә тәҡдим итте. 85 йыл элек тамашасыларҙың һөйөүен яулап, «Зарифа» бөгөнгө көнгә тиклем тамашасыларҙың йөрәктәренә үтеп инә.
Ике композиция ла проектта ҡатнашыусыларға бик оҡшаны: һәр береһе башҡорт хәрәкәттәрен үҙләштерергә, тейешле башҡарыу манераһын һәм характерын еткерергә тырышты. Бейеүҙәрҙе өйрәнеү араһында Илнур Әйүпов Ғәскәров исемендәге ансамбль артистары бейегән «Гөлнәзирә» бейеүенә костюмдар күрһәтте, ҡатын-ҡыҙҙарҙың традицион биҙәүестәре, ирҙәр костюмының баш кейеме хаҡында һөйләне һәм ҡатнашыусыларға өйрәнелгән материалды ысын башҡорт костюмдарында бейергә мөмкинлек бирҙе. Оҫталыҡ дәресенән һуң һәр ҡатнашыусы уҡытыусы менән аралаша һәм ҡыҙыҡлы һорауҙар бирә алды.
Башҡорт бейеүе республикабыҙҙан ситтә лә популярлыҡ менән файҙалана. Фәйзи Ғәскәров ансамбленең төп солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Баһауетдинов Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институты студенттары өсөн ирҙәр характерында башҡорт бейеүе буйынса оҫталыҡ дәресе менән сығыш яһаны.
Фәйзи Ғәскәров ансамбленең төп солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Миләүшә Хәйбуллина Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Күптән түгел Мәскәүҙә башҡорт бейеүе буйынса оҫталыҡ дәресе уҙҙы.
Фәйзи Ғәскәров ансамбленең YouTube-каналында яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр өсөн башҡорт бейеүе, шулай уҡ дуэт башҡарыу буйынса видео дәрестәр бар.