+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль , 09:08

Өфөнөң юбилейы айҡанлы флешмоб Гүзәл Уразова башҡарыуында «Өфө йүкәләре» йыры менән башланды

-

Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан баш ҡала мэры популяр йырсы Гүзәл Уразова башҡарыуында «Өфө йүкәләре» йырын тәҡдим итте.

«Ҙур рәхмәт, Гүзәл Асҡар ҡыҙы! Шәп бүләк. Яратҡан йырыбыҙ яңыса яңғыраны», — тип яҙҙы Ратмир Мәүлиев.

Өфө мэры башҡаларға ла Рим Хәсәновтың Назар Нәжми шиғырына ижад иткән легендар йырын башҡарып, #Өфөйүкәләре хештегы менән социаль селтәргә һалырға тәҡдим итте.

«Өфө йүкәләре» — күптәрҙең яратҡан йыры, Өфөнөң гимны тиһәк тә яңылыш булмаҫ. Өфө мэры Ратмир Рәфил улы, был йырҙы Гүзәл һин башҡарһаң, бик яҡшы булыр ине, тигән теләк белдергәс, бик теләп башҡарҙым. Һеҙгә оҡшар тип уйлайым. Бөгөндән барлыҡ музыкаль майҙандарҙа!», — тип хәбәр итте Гүзәл Уразова.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-01/pesnya-ufimskie-lipy-v-ispolnenii-guzel-urazovoy-otkryla-fleshmob-k-yubileyu-ufy-3625771

Автор:
Читайте нас: