+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар , 11:54

Башҡортостандан Айгөл Әхмәтшина берҙән-бер Decca Classic артисы

Башҡортостанда тыуып үҫкән опера йырсыһы Айгөл Әхмәтшина – хәҙер Decca Classic донъя классик музыка лейблының эксклюзив артисы. Ул һуңғы 30 йылда контракт төҙөгән беренсе меццо-сопрано була. Яңылыҡты йырсы социаль селтәрҙәге үҙенең блогы уҡыусылары менән уртаҡлашты.

Башҡортостандан Айгөл Әхмәтшина берҙән-бер Decca Classic артисы
Башҡортостандан Айгөл Әхмәтшина берҙән-бер Decca Classic артисы

"Һеҙҙең менән уртаҡлашырға теләгән иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе — Decca Classic менән контрактҡа ҡул ҡуйыуым һәм Universal Music Group-ҡа инеүем, - тип хәбәр итте артистка. - Һуңғы 30 йылда контракт төҙөгән беренсе Меццо-сопрано һәм эксклюзив Decca артисы булыу минең өсөн ҙур хөрмәт. Был минең өсөн ҙур ҡаҙаныш, һәм мин бында килеүем менән бик ғорурланам һәм рәхмәтлемен. Мин яңы өлкәлә артабан да һеҙҙең менән музыкаға булған һөйөүемде уртаҡлашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтәм. Һеҙҙең даими ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт – мин һеҙһеҙ быға өлгәшә алмаҫ инем! Алда – яңы башланғыстар һәм мауыҡтырғыс мажаралар!»

Бынан алда Айгөл Әхмәтшина 2023 йылғы International Opera Awards премияһының "Йыл йырсыһы" булғайны.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-01-31/urozhenka-bashkirii-aygul-ahmetshina-stala-eksklyuzivnym-artistom-decca-classic-3623899

 

Автор:
Читайте нас: