Бай тарихы булған театр Т. Миңнуллиндың «Шулай булды шул» спектаклен тәҡдим итә.
Һуңғы тапҡыр Сабир Өмөтбаев исемендәге Минзәлә татар дәүләт драма театры Өфөлә 5 йыл элек булған. Был юлы ла театрҙың гастроле татар-башҡорт халҡының дуҫлыҡ күперен тағын да нығытыр, араларҙы яҡынайтыр!
Театр һөйөүсе дуҫтар, килегеҙ, тамаша һис шикһеҙ матур, ҡыҙыҡ буласаҡ!