Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет составына үҙгәрештәр индерелде. Тейешле указға республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.
Документтан күренеүенсә, Совет составында «Әнүәр Нурғәлиев» театр-студияһы директоры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиев та бар (килешеү буйынса). Указ үҙ көсөнә инде.
Бынан алда Башинформ Башҡортостан Башлығының Мәҙәниәт һәм сәнғәт мәсьәләләре буйынса совет эшенең тәртибен билдәләүе хаҡында хәбәр иткәйне. Совет ултырыштары йылына бер тапҡыр үткәрелә (бығаса уны ике йылға бер тапҡыр үткәреү планлаштырылды). Совет ултырыштарын уҙғарыу буйынса сығымдар бюджет ассигнованиелары һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Совет составына 70-кә яҡын билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, шул иҫәптән скрипкасы һәм йәмәғәт эшмәкәре Владимир Спиваков, Башопераның художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡов, скульптор Салауат Щербаков, поп-йондоҙ Радик Юлъяҡшин, мәҙәниәт учреждениелары һәм ижади берләшмәләрҙең етәкселәре инде.