+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар , 16:26

Өфөгә археологтар килә

31 ғинуарҙан 2 февралгә тиклем Республиканың баш ҡалаһында «LVI Урал-Волга буйы студенттар һәм йәш ғалимдарҙың археологик конференцияһы» (УПАСК) халыҡ-ара Бөтә Рәсәй ғилми конференцияһы үтәсәк.

Өфөгә археологтар килә
Өфөгә археологтар килә

Өфө университетының тарих һәм дәүләт идаралығы Институты директоры Әминә Ураҙова аңлатыуынса, УПАСК – илдәге иң боронғо студенттар археологик конференцияларының береһендә ҡатнашыусыларҙы республика дүртенсе тапҡыр ҡабул итә.

 

– Сара 1969 йылдан алып йыл һайын Урал-Волга буйының төрлө ҡалаларында ҙур юғары уҡыу йорттары тарафынан үткәрелә. Быйыл Рәсәйҙең һәм Ҡаҙағстандың 30 ҡалаһынан 36 юғары уҡыу йортонан ғилми коллективтар ҡатнашыуын раҫланы. Был Өфөгә үҙенең остаздары – билдәле ғалим-археологтар оҙатыуында 130-ҙан ашыу студент һәм аспиранттың килеүе хаҡында һөйләй.

УПАСК яңы археологтарға тикшеренеү эштәре тәжрибәһе алыу, һуңғы фәнни асыштар һөҙөмтәләре менән уртаҡлашыу мөмкинлеген биргән майҙансыҡ. Тап УПАСК күп кенә билдәле археологтар өсөн ҙур фәнгә юл асҡан беренсе ҙур конференция булды, – тип өҫтәне Өфө университетының «Археология 2.0» Ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Илшат Бахшиев.

 

Конференцияны ойоштороусы, Республиканың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин фекеренсә, Башҡортостан археологияны үҫтереү үҙәгенә әүерелә. Һәм был ябай түгел. Республикабыҙ Волга буйы федераль округында археологик мираҫ объекттары һаны буйынса ғына түгел, ә тикшеренеү эшмәкәрлеге буйынса ла алдынғы урында тора.

 

- Заманса дистанцион алымдар индереүсе белгестәребеҙҙең эше төбәктән ситтә лә билдәле. Республика хөкүмәтенең ҙур иғтибар бүлеүе лә археология фәнен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Студенттарҙың археология конференцияһы Башҡортостандың археологик мираҫын өйрәнеүгә бәйле ғилми саралар циклының дауамы булып тора. Былтыр йыл аҙағында Өфө «Боронғо һәм урта быуаттарҙа Үҙәк Евразияның күсмә донъяһы» ҙур халыҡ-ара форумын ҡабул итте. Археологтарыбыҙҙың әүҙем экспедиция эшмәкәрлеге һәм республикала үткәрелгән мөһим ғилми саралар Башҡортостандың археологик мираҫты өйрәнеүгә һәм популярлаштырыуға ҙур иғтибар бүлгән төбәк булараҡ ыңғай имиджын нығыта, - тип билдәләне Ғилми-етештереү үҙәге директоры.

Сара «Торатау» конгресс-холында үтәсәк. Программаға таш быуат Археологияһы, палеометалдар дәүеренең Археологияһы, иртә тимер быуат Археологияһы, урта быуаттар дәүеренең Археологияһы, Яңы заман дәүеренең Археологияһы секциялары индерелгән. Традицион темалар менән бер рәттән конференция программаһына археологик тикшеренеүҙәр практикаһына заманса ысулдар һәм технологиялар индереүгә арналған докладтар инә. Билдәле Рәсәй археологтарының асыҡ лекциялары, Оҫталыҡ дәрестәре һәм Өфө музейҙары буйлап экскурсиялар планлаштырылған. Сараға шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы территорияһында һуңғы фәнни археологик асыштар экспозициялары, шулай уҡ күренекле археологтар Отто Бадер һәм Нияз Мәжитов иҫтәлегенә арналған күргәҙмәләр әҙерләнгән.

Конференция йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусыларҙың докладтар йыйынтығы нәшер ителәсәк.

Ойоштороусылар булып Өфө фән һәм технологиялар университеты, БР мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы, БР күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса Ғилми-етештереү үҙәге, «Евразия күсмә цивилизациялар музейы» Автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, БР Милли музейы, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге, «Башҡортостан Республикаһының Археология йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһай.

 

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-01-29/ufa-soberet-nachinayuschih-arheologov-rossii-i-kazahstana-3621431

 

Өфөгә археологтар килә
Өфөгә археологтар килә
Автор:
Читайте нас: