+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар , 11:39

Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы

10 һәм 11 февралдә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында Салауат Низаметдиновтың «Ай тотолған төндә» операһының премьераһы буласаҡ. Сәхнә әҫәре бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған.

Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы

1963 йылда яҙылған «Ай тотолған төндә» трагедияһы донъяның йөҙләгән ҙур һәм бәләкәй театры сәхнәләренән төшмәй. 1967 йылда «Ай тотолған төндә» пьесаһы өсөн автор К.С. Станиславский исемендәге РСФСР премияһы менән бүләкләнә.

Башҡорт композиторы Салауат Низаметдинов операны 1996 йылда яҙған. Шул уҡ йылда ул Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә ҡуйыла. Спектакль Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә ителде, 1997 йылда Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре сиктәрендә күрһәтелде.

Театрҙың сәхнәһендә биш йыллап юғалып торғандан һуң, милли опера йәнә сәхнәләштереләсәк. Ижади төркөм составына режиссер-ҡуйыусы - Ләйсән Сәфәрғолова, дирижер-ҡуйыусы - Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, «Алтын битлек» милли театр премияһы лауреаты Валерий Платонов, хореограф-ҡуйыусы - Алина Мостаева, сәхнәне биҙәүсе-ҡуйыусы - Санкт-Петербургтан театр рәссамы Екатерина Малинина, яҡтыртыусы рәссам - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Александр Газбург ингән.

«Башҡортостанда яратҡан башҡорт композиторҙарыбыҙ яҙған опера һәм балет спектаклдәренең репертуары шаҡтай ҙур. Мотлаҡ беҙҙең сәхнәлә барырға тейешле операларҙың береһе - «Ай тотолған төндә». Күп йылдар буйына сәхнәбеҙҙә ошо операның булмауы - беҙҙең өсөн ҙур етешһеҙлек. Шуға ла уның беҙҙең репертуарға ҡайтыуы ҡыуаныслы хәл, - тине Башҡорт опера һәм балет театрының генераль директоры Александр Алексеев. - Бер яҡтан, ошо операның яңыса яңғырашын һәм уҡылыуын ишетергә теләйем, әммә икенсе яҡтан, Салауат Әхмәҙи улы һалған мөхәббәт һәм тоғролоҡ интонацияларының шул килеш яңғырауын теләйем».

Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Автор:
Читайте нас: