+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар , 17:07

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында күргәҙмә асылды

БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Вәкил Шәйхетдиновтың картиналар күргәҙмәһе асылды.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында күргәҙмә асылды
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында күргәҙмә асылды

Күргәҙмәгә беренсе булып депутаттар, саҡырылған ҡунаҡтар һәм журналистар килде. Тәҡдим ителгән картиналар тыуған яҡҡа һөйөү темаһы менән берләштерелгән. Рәссамдың бумалаһы башҡорт тәбиғәтенең мөһабәт матурлығын оҫта сағылдыра. Авторҙың күңеленә оҡшаған тәбиғәт күренештәре ваҡыт үтеүен туҡтатҡан кеүек – Вәкил Шәйхетдиновтың йылылыҡ һәм гармония бөркөп торған пейзаждары тамашасыны тыныс хыял донъяһына сумдыра.

– Был серия «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосы менән бәйле республиканың тәбиғи һәм мәҙәни урындары темаһына Башҡортостан Башлығы гранты нигеҙендә яҙылған, тип аңлатты рәссам. – Бында бөтә картиналар ҙа урынлашмаған, ни бары 16-һы – яҡынса 1/5 өлөшө генә. Улар Милли музейҙа ҡуйылды һәм республиканың 10 ҡалаһында минең шәхси күргәҙмәм булды.

Рәссам тыуған яҡ тәбиғәтенең - Инйәр тештәре, Ҡырҡты һырттары, Белорет районындағы Машаҡ тауының матурлығынан илһам алыуын һөйләне. Һәр яңы тауҙан алған тәьҫораттар, күҙ алдына ла килтереп булмаҫлыҡ матурлыҡ – илһам сығанағы булып тора. Автор стиленең танылыу һәм айырым мауыҡтырғыслығы төрлө техниканы берләштереү, контраст уйнатыу, деталдәрҙең йәнлелеге һәм динамикаһы менән өлгәшелә.

– Тыуған яғыбыҙҙың күп быуатлыҡ тарихы күп нәмәне үҙ эсенә алды, – тине күргәҙмәне асыу тантанаһында БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Быуаттар дауамында күп нәмә танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Әммә урындағы халыҡ үҙенең тыныс матурлығын, тирә-яҡ тәбиғәт менән гармонияһын, үткәндәр менән бәйләнешен һаҡлап ҡала. Вәкил Ғилем улы һәр ваҡыт тыуған республикаһының йөҙөн һаҡлаусы булып сығыш яһай. Авторҙы тарихҡа һәм хәҙерге заманға яҡшы һәм иғтибарлы ҡараш айырып тора. Башҡортостан тәбиғәте тере һәм төрлө, әммә уның халҡына яҡын һәм туған булып күҙ алдына баҫа. Минеңсә, Бүздәк ерендә тыуып үҫкән рәссам, уңайлы һәм йылы итеп тыуған яҡ образын еткерә алды.

Парламент спикеры рәссамға экспозиция ойошторған өсөн рәхмәт хаты тапшырҙы, артабанғы ижади эҙләнеүҙәрҙә уңыштар, сәнғәтте яратыусыларға йәнле аралашыу теләне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-01-25/v-gossobranii-bashkirii-otkrylas-vystavka-vakilya-shayhetdinova-3616763

 

 

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында күргәҙмә асылды
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында күргәҙмә асылды
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында күргәҙмә асылды
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында күргәҙмә асылды
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында күргәҙмә асылды
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында күргәҙмә асылды
Автор:
Читайте нас: