+18 °С
Дождь
Новости
22 Января 2024, 04:17

«Һаҡмар һандуғасы моңо»

Өфөлә күренекле башҡорт композиторы Хөсәйен Әхмәтовтың 110 йыллығын билдәләнеләр.

«Һаҡмар һандуғасы моңо»«Һаҡмар һандуғасы моңо»
«Һаҡмар һандуғасы моңо»

16 йыл инде композиторҙың исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт филармонияһында «Һаҡмар һандуғасы моңо» тигән ҙур концерты үтте.

Тамашасылар маэстроның ваҡиғаларға бай тормош юлы, уның бала сағы, Мәскәү консерваторияһында уҡыған йылдары тураһында хәтирәләргә сумды. Йәш Хөсәйен Әхмәтов ролен Данил Ғофранов, ә атаһын Радик Вәлмөхәмәтов уйнаны, тип хәбәр итә филармонияның матбуғат хеҙмәте.

Композиторҙың күп һанлы йырҙары, хор һәм инструменталь әҫәрҙәре яңғыраны. Концерт программаһында Алһыу Хәсбиуллина етәкселегендә Башҡортостан Республикаһының Т.Сәйфуллин исемендәге хор капеллаһы, Ринат Мөхәмәтйәнов етәкселегендәге Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, шулай уҡ башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Нәзифә Ҡадирова, Ғәли Алтынбаев, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Азамат Тимеров, Лилиә Ишемйәрова, Индира Әсәҙуллина, Римма Амангилдина һәм филармонияның башҡа солистары ҡатнашты. Концерттың сценарийы авторы – Венера Әйүпова, режиссеры — Сулпан Асҡарова.

Йыйылыусыларҙы Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин сәләмләне. Юбилей датаһы хөрмәтенә ул бер нисә артисҡа почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы.

 

Хөсәйен Әхмәтов (1914-1993) Башҡортостандың Баймаҡ районында (Ул йылдарҙа Ырымбур губернаһы) тыуған. Күп йылдар филармонияның художество етәксеһе булып эшләй, башҡорт музыка сәнғәтен үҫтереүгә һәм уның профессиональ үҫешенә ҙур өлөш индерә. Бай ижади мираҫ ҡалдыра: опералар, балет, симфониялар, хор һәм инструменталь әҫәрҙәр, драма спектаклдәренә һәм кинофильмға музыка, күп һанлы йырҙар һәм романстар. Хөсәйен Фәйзулла улы Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһына лайыҡ була, уға РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемдәр бирелә, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почет Билдәһе» ордендары менән бүләкләнә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-01-19/v-ufe-otmetili-110-letie-vydayuschegosya-bashkirskogo-kompozitora-husaina-ahmetova-3610350

 

«Һаҡмар һандуғасы моңо»
«Һаҡмар һандуғасы моңо»
«Һаҡмар һандуғасы моңо»
«Һаҡмар һандуғасы моңо»
«Һаҡмар һандуғасы моңо»
«Һаҡмар һандуғасы моңо»
«Һаҡмар һандуғасы моңо»
«Һаҡмар һандуғасы моңо»
«Һаҡмар һандуғасы моңо»
Автор:
Читайте нас