+25 °С
Ясно
Новости
19 Января 2024, 07:05

Сабир Өмөтбаев исемендәге Минзәлә татар дәүләт драма театры хеҙмәткәрҙәре менән матур осрашыу

-

“Ҡыҙыл таң” гәзите редакцияһында Сабир Өмөтбаев исемендәге Минзәлә татар дәүләт драма театры хеҙмәткәрҙәре менән матур осрашыу үтте. Театр директоры Илнур Ғәйниев, Рәзилә Муллина (Татарстандың халыҡ артисы), йәш актриса Диләрә Кәримуллина-Зиннурова, актер Ринат Бәҙретдиновтар таетрҙың үҙенсәлекле тарихы менән таныштырҙы, ижади пландары, тиҙҙән Башҡортостанда үтәсәк гастролдәре хаҡында һөйләне.
- Башҡортостан беҙгә элек-электән яҡын, бында ихлас ҡабул итәләр, гастролдәргә лә килеп торабыҙ, ә бына Өфөлә биш йыл самаһы булғаныбыҙ юҡ әле. 4 февралдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Туфан Миңнулллиндың “Шулай булды шул” мелодрамаһы күрһәтеләсәк. Тамашаны башҡорт режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштерҙе. Был инде уның беҙҙең театарҙағы өсөнсө эше. Сәхнәлә ысын “Ока” машинаһы ла буласаҡ” - тине театр директоры Илнар Ғәйниев.
Татарстандың халыҡ артисы Рәзилә Муллина был театрҙа ҡасандыр Туфан Миңнуллин үҙенең актер булараҡ ижад юлын башлауын, режиссер Сабир Өмөтбаевтың (театр бөгөн уның исемен йөрөтә) уның тәүге әҫәрен сәхнәләштереүе хаҡында ғорурланып та, илһамланып та телгә алды. Театрҙағы ижади мөхит, быуындар бәйләнеше, гастролдәр мәлендәге ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиларға ла туҡталып үтте ул. Йәштәрҙең сығышында ла театрға булған мөхәббәт, ижад нескәлектәре, коллективтағы туғандарса мөнәсәбәт хаҡында һүҙ барҙы. Был театрҙың үҙенсәлеге шунда – улар халыҡсан театр, балалар өсөн дә бик күп спектаклдәр сәхнәләштерәләр. Хатта мөмкинлеге сикләнгән балаларҙың өйҙәренә барып та спектаклдәр ҡуйыу тәжрибәһе булған икән...
Минзәләләр февраль айында һеҙҙе спектаклдәренә көтөп ҡала, дуҫтар! Ошо матур театр менән барып танышайыҡ әле!

Гөлшат Ҡаһарманова.

Динар Кәлимуллин фотолары.

Сабир Өмөтбаев исемендәге Минзәлә татар дәүләт драма театры хеҙмәткәрҙәре менән матур осрашыу
Сабир Өмөтбаев исемендәге Минзәлә татар дәүләт драма театры хеҙмәткәрҙәре менән матур осрашыу
Автор:
Читайте нас