+18 °С
Облачно
Новости
15 Января 2024, 09:28

Халыҡ ижады аҙналығы

Мәскәүҙә «Башҡортостандың тере традициялары» халыҡ ижады аҙналығы старт ала.

Халыҡ ижады аҙналығыХалыҡ ижады аҙналығы
Халыҡ ижады аҙналығы

16 ғинуарҙа Мәскәүҙә «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы майҙансығында «Башҡортостандың тере традициялары» халыҡ ижады аҙналығы эшләй башлай. Тематик аҙна сиктәрендә көн һайын республикабыҙ стенды биләмәһендә «Тылсымлы һандыҡ» асыла. Килеүселәргә милли кейемдәр, ҡурай, традицион йәйә һәм оҫталарҙың ҡулдан эшләнгән әйберҙәре тәҡдим ителәсәк. Шулай уҡ теләүселәр башҡорт мәҙәниәтенең ысын мөхитенә сумып, төбәктең бай мираҫы менән таныша аласаҡ. Ҡатнашыусыларға төрлө интерактив саралар һәм ҡиммәтле бүләктәр уйнатыу ҡаралған.

 

Атап әйткәндә, мини-күкрәксә, ҡурсаҡтар, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме «ҡалпаҡ», традицион биҙәүестәр, башҡорт шәле, тирегә баҫма биҙәк һалыу, сигеү (кисет, яулыҡ), туҡыу һәм кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре планлаштырылған.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-01-15/v-moskve-startuet-nedelya-narodnogo-tvorchestva-zhivye-traditsii-bashkortostana-3603071

 

Халыҡ ижады аҙналығы
Халыҡ ижады аҙналығы
Автор:
Читайте нас