+17 °С
Дождь
Новости
11 Января 2024, 05:11

ЮЛ МАЖАРАЛАРЫ 2

Ҡоласын уҡ йәймәһә лә, һыуыта башлаған төнө менән ҡаршы алды беҙҙе баш ҡала. Рәхмәт методисыбыҙ Лариса Хәлфетдин ҡыҙына. Һәр аҙымыбыҙҙы белешеп, ниндәй автобусҡа ултырырға кәрәк икәнлегенә тиклем әйтеп, һәр хәрәкәтебеҙҙе контролдә тотто.

ЮЛ МАЖАРАЛАРЫ 2ЮЛ МАЖАРАЛАРЫ 2
ЮЛ МАЖАРАЛАРЫ 2

Ул әйткәнсә, 74-се маршрутты көтәбеҙ. Егеттәребеҙ Рамаҙан менән Ильяс та сос ҡына: телефондарынан автобустың ҡайһы тирәлә килгәнен ҡарап, беҙгә әйтеп торҙолар. Килеп туҡтаны теге ҙур автобус. Күңел тыныс, төн уртаһында беҙҙән башҡа эт тә йөрөмәйҙер, тип уйлайбыҙ үҙебеҙсә. Ысынлап та, инһәк, 3 кенә кеше ултыра. Ирәйешеп барып ултырҙыҡ. Тик ҡыуанысыбыҙ оҙаҡҡа барманы: икенсе туҡталҡала уҡ автобуста энә төртөрлөк тә урын ҡалманы. Үҙебеҙгә кәрәк урынға етәрҙән алда балаларға минән ҡалмай барырға әйтеп, алға ҡарай юл яра башланым. Йәнәһе лә, мин йырмаслап барған юлдан барыуы тегеләргә рәхәтерәк булыр. Юл хаҡын түләнем, артҡа боролоп та булмай, төштөм. Балаларҙы һанайым тиһәм, бер кем дә юҡ!... Ҡысҡырам, яуап бирмәйҙәр. Шоферға артҡы ишектәрҙе асығыҙ, минекеләр сыҡһын, тим. Китә башлаған автобус туҡтаны, ике егет тә ике ҡыҙ сыҡты. Ләйлә менән Камилаға ҡысҡыра торғас, улар урта ишектән тәгәрәп килеп төштө. Тағы икәү юҡ. Үс иткәндәй, башҡа мәктәп балалары булғас, исемдәрен иҫләп өлгөрмәгәнмен. Мин кире боролғансы, автобус ҡуҙғалып та китте. Ишегенә туҡылдата-туҡылдата артынан йүгерәм. Башта мең төрлө уй: мин икенсе туҡталҡаға тиклем автобус артынан йүгерһәм, былары өшөй. Быларын алып барып индереп кире килгәнсе, теге ике ҡыҙҙы бөтөнләй тапмаҫмын, тим. Сумкаларым ҡайҙалыр аунап ятып ҡалды. Әллә мине ишетте, әллә теге икәү берәй нәмә әйтте, ҡалай ҙа булһа туҡтаны теге автобус. Барып индем енләнеп: “У меня еще двое не вышли,” - тим. Шунда торған бер ир: “Крикните имена своих,” - тип аҡыл өйрәтә. Мин әйтәм: “Я не помню их имена.” Эргә-тирәлә торған халыҡ: “Ну и мамаши пошли... Даже не помнят имена своих детей... Нарожают тут...” - тип баш сайҡай, теге ир мине өс этажлы менән һүгә, шофер рейс тотҡарлайһығыҙ, тип аҡыра. Алты сәғәттәй баҫып килеүҙән йонсоған йөҙ, үҙ балаларының исемен иҫләмәгән “әсәй” статусы мине пассажирҙар аңында йәһәт кенә алкаш ҡатын рәтенә индерҙе лә, миңә нисек етте шулай өндәшергә мөмкинлек бирҙе лә ҡуйҙы. Күмәкләп мине тәрбиәләй башлағайнылар: ”Белорет!” - тип ҡысҡырырға баш эшләп ҡалды. Тыңҡыслап тултырылғандар араһында ике таныш баш күренгәйне, ҡыуаныстан, ҡыҙҙарҙы елкәләренән тартып тигәндәй сығарҙым. Уларҙың имен булыуы, үҙемә Өфө буйлап автобус артынан йүгереү кәрәкмәгәнлеге урыҫтарҙың маттарын да рәхмәт һүҙе һымаҡ ишеттерҙе ҡолағыма.

Ике туған һеңлем Зилә лә килгәйне ошо олимпиадаға. Рәхмәт яуғыры, гимназияның вахтаһына төшөп әйтеп ҡуйған, Белореттар һуң килә тип. Сәғәт төнгө 12 булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙе шунда уҡ индерҙеләр, яуҙан еңеп ҡайтҡандарҙы ҡаршылағандай, алдыбыҙҙа өлтөрәп торҙолар. Йылы һүҙ, таҙа юрған-түшәк юлдағы арыуҙы онотторғандай булды.

Бөгөн иһә беҙҙе автобус менән килеп алдылар. Көн һыуыҡ, юлда береһе боҙолһа, икенсеһенә күсеп ултырырҙар тип, хатта ике автобус ебәрмәк булып киткәндәр, имеш. ӘлхәмдүлиЛләһ, берәүһе лә етте. Әле икәү ебәрәм тигәнсе, үткәндә беҙгә шул берәүһен бирһәгеҙсе, был тиклем эт ыҙаһы менән йөрөмәҫ инек, тип әйтке килеп китте. Шуның өҫтәүенә, беҙҙе килеп алған шофер шул тиклем кешелекле, үҙ эшенең оҫтаһы, бынан тыш, 35 йыл фельдшер булып эшләгән кеше булып сыҡты. Бындай кеше менән яумаған ҡары ла, сатлама һыуығы ла ҡурҡыныс булмаҫ ине...

Әллә ошо юл аҙабы уҡыусыларға шулай тәьҫир итте, әллә ни... Һәр хәлдә, ғүмерҙә булмағанса, һигеҙ кешегә бер генә урын да алмайынса ҡайтып төштөк...

Теге нимә тигән йырҙамы, таҡмаҡтамы шунда:

"Әллә кем, ҡар(а)әле,

Алда ғүмер бар әле," -

тип йырлайҙармы әле?

Алда ғүмер булһын да, һәр икебеҙ имен-һау, иманда булайыҡ, - ҡалғаны мөһим түгел.

Сәриә ҠАҺАРМАНОВА

Автор:
Читайте нас