+13 °С
Облачно
Новости
11 Января 2024, 04:59

ЮЛ МАЖАРАЛАРЫ 1

7 ғинуар көнө олимпиадала ҡатнашырға тип, 8 бала менән Өфөгә юл тоттоҡ. Үкенескә күрә, аҫтараҡ яҙғанымса, автобусҡа рөхсәт булманы, кискә электричкаға сыҡмаҡ булдыҡ. Төрлө мәктәп балаларын йыйып, китәсәк транспортыбыҙҙы көтөп алдыҡ.

ЮЛ МАЖАРАЛАРЫ 1ЮЛ МАЖАРАЛАРЫ 1
ЮЛ МАЖАРАЛАРЫ 1

Электричка әллә ҡайҙан емелдәп-ялтырап (гирляндалар менән биҙәгәндәр) килеп етте. 90-сы йылдарҙа Бөрйәнгә йөрөгән КАМАЗ автобусына нисек этешеп-төртөшһәк, бында ла шулайыраҡ итеп барып индек. Әлдә ике ҡыҙҙың аталары йылдам булып сыҡты: ҡыҙҙарына урын алып өлгөрҙөләр. Ҡалғандарыбыҙ рәт аларында “уңайлы” урын һайлап, йәтешләп баҫып алдыҡ. Яңы йыл байрамын бирем һымаҡ күрһәм дә, был юлайы вагон тәҙрәләренә төшөрөлгән байрам һүрәттәре барлығына ҡыуанып ҡуйҙым. Сөнки шул ҡәҙәрем оҫта итеп киҫеп эшләнгән ҡағыҙ шыршы-ҡарағайҙарҙың һәр ботағын тикшереү юлды ҡыҫҡартҡандай тойолдо.

Өҫтәүенә, тик торғас, башҡа төрлө уйҙар инеп-сығып йөрөй. Әлбиттә, улары төрлө сараларҙа ҡатнашыу өсөн юлға сыҡҡандағы әкәмәттәр менән бәйле. Мәҫәлән, 2005 йылда беҙҙе әлеге лә баяғы мең бәлә менән “Урал батыр” конкурсында ҡатнашыу өсөн Ейәнсура районына алып барып ташланылар. Ни өсөн ташланылар? Сөнки ҡайтҡанда берәй кемдәргә эләгеп ҡайтырһығыҙ әле, тинеләр. Әммә беҙҙе ултыртырға ашҡынып тороусы табылманы. Иртәнсәк мәғариф бүлегендә эшләгән ҡыҙыҡайҙы үҙемдең яҡҡа ауҙарып, беҙҙекеләргә Зилә Шәүкәтовна (ММ -да милли бүлек начальнигы ине) булып, тауышын әҙерәк үҙгәрттереп, үҙебеҙҙекеләргә шылтыраттырҙым: “Төштән һуңға машина килеп етмәһә, һөйләшеү икенсе төрлө буласаҡ,”- йәнәһе. Аҙаҡ Зилә Шәүкәтовнаға эшләгән “енәйәт”ебеҙҙә ҡурҡа - ҡурҡа ғына тандым, ә ул тапҡырлыҡ өсөн мине маҡтап китте.

Ошолайыраҡ хәл Дәүләкәндәге конкурста ла булды. Ҡайтыуға машина ебәреүҙе һорап шылтыратам, бер кем телефонды алмай. Конкурсҡа килгән ғәм халыҡ ҡайтып бөттө, беҙ йөрөйбөҙ ҡайта алмай. Ағайым (ул ваҡытта жюри рәисе Әхмәт Сөләймәнов) беҙҙе ташлап ҡайтып китә алмай ҡаңғырҙы. Ахырҙа, еңел машинаһына 4 бала менән мине ултыртып, Болғаҡ айырсаһында ҡалдырып китте. Картон табып, шуға Белорет тип аҡшайтҡансы яҙып, тотоп торорға ҡушты. Килеп төшһәк, райондың танылған уҡытыусыһы тора ҡатыны менән ҡайта алмай. Күп тә торманыҡ, буп-буш машина килеп туҡтаны. Мин шофер менән һөйләшкәнсе, баяғы ағай инде лә ултырҙы. Шофер балаларҙы алайым тиһә лә, төшмәнеләр. Ҡул һелтәнек тә артабан көтәбеҙ. Ҙур автобус килеп туҡтаны. Ҡыуанышып барып ултырҙыҡ. Аҡса түләйек тиһәм, бер балаға аҡсам етмәй булып сыҡты. Автобус шоферы әрләй, мин аңлата алмайым. Өшөп, асығып бөткән балалар зыулап илаша. Икенсе водитель беҙҙе сығарам тип, төрткөләй башланы. Бер автобус тулы халыҡ, бер кем яҡлап һүҙ әйтмәй. Инде төртөп сығарҙылар, тигәндә, “Урал батыр”ҙағы кеүек йән бирә алмай ҡаңғырған ҡартты хәтерләткән оло ғына инәй ҡысҡыра башланы теге шоферҙарға. Әллә шул әбейҙән ҡурҡтылар, әллә ни намыҫтары уянып китте, алып ҡайтып еткерҙеләр беҙҙе Белоретҡа. Иң ҡыҙығымы, ҡыҙғанысымы шул булды: таңғы дүрттә телефон шылтырай. Йоҡо аралаш телефонды алдым: “Вы где?”- ти. Мин әйтәм, спим. Мы вас не можем найти, ти. Баҡһаң, беҙҙе алырға тип таңғы 4-кә Дәүләкәнгә барғандар, имеш.

Ошондай хәлдәрҙе иҫләй-иҫләй, халыҡты күҙәтәм. Вагондағы прассажирҙар араһында йәш яғынан иң өлкәне мин, ҡалғандар саңғы шыуып арыған юлсылар. Күҙҙәрен иҙәнгә төшөргәндәр ҙә, китеп баралар. Йәшерәк ирҙәр, ҡосаҡлап ултырмаһаҡ, ҡатындары ҡолап ҡуйыр тигәндәй, уларын нығыраҡ ҡосаҡлап, “йоҡлап киттеләр”. Сәғәттән артығыраҡ шулай йәйәүләп торғандан һуң, йәш кенә урыҫ егете тороп урын бирҙе. Мин уның үҙен дә кире ултыртып, ситтән урын алдым. Ахырҙа, балалы йәш ҡатын ҡыҙсығын алғараҡ шылдырғайны, өс урынлыҡ кешегә дүрт кеше иркенләп һыйҙыҡ. Бының менән мин башҡаларға өлгө күрһәтмәк булғайным, йәғни балаларға ситтән терәлерлек кенә урын бирерҙәр тип уйлағайным - булманы. 15 минут ултырҙым да үҙемдең ҡыҙҙарҙың береһен ултырттым. Аҙаҡ урындары булған ҡыҙҙарҙы торғоҙоп, баҫып килгәндәре менән ярты сәғәт һайын алмашлап ултырырға тәҡдим иттем. Өс сәғәттәй килгәс, бер ҡатын: “Мин ярты сәғәт тороп алам, бар, ултырып тороғоҙ,” - тине. Джентельмен булып, ҡыҙҙарға ултырырға мөмкинлек биргән ике егетебеҙгә әлеге урынды биргәйнем, ул ике меҫкен, ултырыу менән, йоҡлап китте. Теге ҡатын да йәлләне шикелле, әйткән ваҡытынан һуңғараҡ ҡайтты урынына. Рәхмәт яуһын кешелек сифаттарын һаҡлай белгән әлеге икәүгә.

Ҡайһылай булһа ла, 6 сәғәткә яҡын баҫып килеүҙән, “Урал батыр” эпосында әйтелгәнсә, “филдәй йыуан балтырлы” булып киткән аяҡтарыбыҙҙы һөйрәп, Өфөгә барып индек...

(Аҙағы бар)

Сәриә ҠАҺАРМАНОВА, 2024 йыл

Автор:
Читайте нас