+8 °С
Облачно
Новости
10 Января 2024, 05:06

"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе"

Республикала «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсына ғаризалар йыйыу дауам итә. Конкурс Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәре халҡы араһында башҡорт халҡының мәҙәниәтен, туған телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлаған һәм үҫтергән өлгөлө ғаиләне асыҡлау һәм ғаилә институтын нығытыу маҡсатында уҙғарыла.

"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе""Өлгөлө башҡорт ғаиләһе"
"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе"

Бәйгелә республика биләмәһендә һәм Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән, башҡорт телендә һөйләшкән, теркәлгән никахта торған һәм бала тәрбиәләгән, шул иҫәптән тәрбиәгә алынған ғаиләләр ҡатнаша ала.

Конкурс өс номинацияла үткәрелә: «Ғаилә ижады», «Ғаилә кәсебе», «Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре» һәм муниципаль, зона, республика этаптарын үҙ эсенә ала.

 

"2024 йыл Рәсәйҙә ғаилә йылы” тип иғлан ителде. Был ғаилә ҡиммәттәрен яҡлауға һәм үҫтереүгә, ғаилә институтын нығытыуға һәм уның ижтимағи әһәмиәтен арттырыуға айырыуса иғтибар биреләсәк тигәнде аңлата. Был контекста уҙған йылдың декабрендә старт алған „Өлгөлө башҡорт ғаиләһе“ конкурсы айырыуса әһәмиәтле була, — тип билдәләнеләр Башҡорт Ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтендә.

Конкурстың ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы булышлығында Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы. Ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы); Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһе, Башҡортостан Республикаһының “Халыҡтар дуҫлығы йорто”, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-10/v-bashkirii-prodolzhaetsya-priem-zayavok-na-konkurs-obraztsovaya-bashkirskaya-semya-3596545

 

Автор:
Читайте нас