Башҡа райондағылар миңә, зинһар, үпкәләмәһен, әммә Баймаҡ ҡурайсыларын мин иң шәп ҡурайсылар, тип һанайым. Сөнки ул яҡта милли рух, милли музыкаль традициялар ныҡ көслө. Шул мөхиттә үҫкән Юлай (ул минән ҙур булһа ла, мин уны яҡын күреп, гел исемләп кенә өндәштем), Өфөгә, интернатҡа килгәс, әсәһенең ике туған ҡустыһы Әҙеһәм Исҡужин алып барған ҡурайсылар түңәрәгендә шөғөлләнә башлай. Һәм шуның менән ғүмерлеккә үҙ эшен таба. Әммә физматты тамамлағас, Өфөләге статистика идаралығы хисаплауҙар үҙәгенең өлкән инженеры булып эшләй. Күңеле һаман музыкаға тартылғанға күрә, ул Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә, сәнғәт институты эргәһендәге махсус музыка мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып урынлаша, ҡурайсылар түңәрәген ойоштора, шунда кларнетист Роберт Юлдашевты осратып, унан ҡурайсы яһай...
Мин юбиляр менән студент саҡта уҡытыусым Ф.Х.Камаев класында таныштым. Институтта фольклор түңәрәген ойоштороп, Юлай Кәрим Дияровтан мираҫ итеп ҡалдырылған халыҡ йырҙары яҙмаларын килтереп, вокалистарға тыңлатып, уларҙы төрлөсә өйрәтә торғайны. 80-се йылдар башында академик сәхнәгә йәш быуын йырсылары (Т.Үҙәнбаева, Ф.Килдейәрова, Ғ.Хәмзин һ.б.) сығыуында уның да роле ҙур. Иҫемдә, 1979 йылдың октябрендә Опера театрында Мостай Кәримдең 60 йәшлек юбилей кисәһендә бер заман сәхнә алдына ябыҡ шаршау эсенән Флүрә Килдейәрова менән Юлай Ғәйнетдинов килеп сыҡты. Улар яңы ғына Ленинградта үткән халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсында лауреат исемдәре яулап ҡайтҡайны. Улар кейгән башҡорт костюмдарын күргәс, минең күҙем 4 булды! Был театрҙа башҡортса йырлайҙармы ни?? Уға тиклем мин унда балет һәм опералар ғына ҡуялар, ә "Ғилмияза"ны ҡайҙалыр Баймаҡ яҡтарында ғына йырлайҙар, тип уйлай торғайным. Ике арала йөрөгәс, сәнғәттең академик (Европа) һәм фольклор йүнәлештәрен күҙ алдына ап-асыҡ итеп килтерә инем. Баҡһаң, улар үҙ-ара мөнәсәбәткә лә инә ала икән. Минең өсөн был асыш булды. Артабан Юлай Халыҡ ижады үҙәге һәм мәҙәни-ағартыу ғилми-методик үҙәгенең бүлек мөдире булып эшләй һәм, ниһайәт, 1991 йылда Башҡортостан телевидениеһында "Хазина" ижад берекмәһен ойоштороп, уның етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Башҡорт фольклорын пропагандалауҙы ныҡлы юлға һала. Шул уҡ ваҡытта республикабыҙҙың Архив эштәре идаралығының начальнигы урынбаҫары булып та эшләй. Телевидениела халыҡ ижады, башҡарыусылары тураһында йөҙәрләгән тапшырыуҙар әҙерләһә, архивта фольклор фондын туплай, ғүмер буйы йыйған материалдарын шунда тапшыра. Шул уҡ ваҡытта Юлай Ишбулды улы беҙҙең башҡорт музыкаһы факультетында ҡурайсыларға башҡарыу стилдәре буйынса лекциялар уҡый, халыҡ көйҙәрен тыңлатып, уларға анализ яһай. Их, ана шул темаға берәй ғилми йә булмаһа публицистик хеҙмәт тә яҙһасы, юҡһа төшөргән тапшырыуҙарында "Һаҡмарҙың үрге ағымындағы ҡурайсылар манераһы", "Һаҡмарҙың түбәнге ағымындағы башҡарыу стиле" тигән төшөнсәләр ишетелә лә ул. Шуларҙы аңлатып, ғилми яҡтан нығытып та ҡуйһа, башҡорт ҡурайын буй етмәҫлек юғарылыҡҡа күтәреп ҡуйыр ине! Был музыкаль ҡорал өсөн академик репертуарҙың да барлыҡҡа килеүен иҫәпкә алғанда, милли фольклористика өлкәһендәге перспективалар киңәйгәндән киңәйә. Венгрия, Японияла үткән төрлө халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша, дисктар сығарта. Ә үҙебеҙҙең Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Хәйбулла районында үткәрелгән ҡурайсылар конкурсында тәүге лауреат була! Шәхсән мин уға атайымдың 60 йәшенә эшләгән тапшырыу һәм ҡартатайымдың яҡын дуҫы Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев тураһындағы фильм өсөн бик тә рәхмәтлемен! Мең йәшә, Юлай Ғәйнетдинов!!!
Гөлназ Ғәлина
https://vk.com/feed?w=wall49139045_6015