Оҫталар башҡорт костюмы комплекстары, көнкүрештә күндән эшләнгән әйберҙәр тураһында һөйләйәсәк, башҡорттарҙың бәйләнгән һәм туҡыма шәле, традицион һәм художестволы кейеҙ һәм башҡа бик күп нәмәләр менән танышасаҡ.
2023 йылдың 4 ноябрендә Мәскәүҙә ВДНХ-ла «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы асылды. Унда Рәсәй Федерацияһының бөтә 89 субъектының майҙансыҡтары тәҡдим ителде. Башҡортостандың космолет рәүешендә биҙәлгән стендында виртуаль турҙар, тематик саралар, артистарҙың концерттары, фермер йәрминкәһе ойошторолдо. 3 декабрҙә күргәҙмә сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы көнө уҙҙы.