Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестрына «академия» исемен биреү тураһында дипломдар менән бүләкләнде. Был учреждениеларҙың яңы атамалары «Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры» һәм «Башҡортостан Республикаһының дәүләт академия симфоник оркестры».
Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән Башҡортостан Республикаһының почет грамоталарына:
СӘЙЕТОВА Ләлә Хәлит ҡыҙы, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының баш бухгалтеры;
ҒӘБИҘУЛЛИН Фирзәт Фәрит улы, Өфө «Нур» татар дәүләт театры директоры лайыҡ булды.
«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем:
Имаметдинова Светлана Мансур ҡыҙы, Ҡурсаҡ театры артисы (ҡурсаҡ йөрөтөүсе);
Кочурова Екатерина Михайловна, Ҡурсаҡ театры артисы (ҡурсаҡ йөрөтөүсе);
МӨХИТОВА Илүзә Рәйес ҡыҙы, Ҡурсаҡ театры артисы (ҡурсаҡ йөрөтөүсе);
РАМАЗАНОВ Тимур Ирғәли улы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада артисы-вокалисы (солисы);
Сальцин Олег Леонидович, Башҡортостан Республикаһы дәүләт академия рус драма театрының драма артисы;
Татарстан Республикаһы дәүләт автономиялы мәҙәниәт учреждениеһының «Ағиҙел» йыр һәм бейеү ансамбле балет артисы ХӘТМУЛЛИН Илдар Булат улы;
ХИСАМЕТДИНОВ Инвир Таймаҫ улы, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының «Дуҫлыҡ» мәҙәниәт йорто режиссеры;
ЮНЫСОВ Алмаз Рәшит улы, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының «Йәдкәр» мәҙәниәт йортоноң «Баян» халыҡ инструменты художество түңәрәге етәксеһе;
ЮНЫСОВ Айҙар Рәшит улы, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының» «Йәдкәр» мәҙәниәт йортоноң «Тальянка» халыҡ инструменты түңәрәге етәксеһенә бирелде.
"Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре" тигән маҡтаулы исем:
ИМАМЕТДИНОВ Альберт Әлфрит улы, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры;
АСҠАРОВА Сулпан Рәил ҡыҙы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы эстрадаһының художество етәксеһенә тапшырылды.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы указдары менән Халыҡтар Дуҫлығы Ордены менән
Башҡортостан Республикаһы Мишкә районы Муниципаль район Советы рәйесе Вячеслав Александрович САБИРОВ бүләкләнде.
"Салауат Юлаев орденына" лайыҡ булдылар:
ҒӘЙЕТБАЕВ Әхиәт Ғиниәт улы, Әҙеһәм Исҡужин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбе директоры.
ЙОСОПОВ Булат Тимербай улы, Башҡортостан кинематографистар Союзы ағзаһы Рәсәй Федерацияһы кинематографистар Союзы дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республика бүлексәһе.
"Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исем бирелде:
ОВЧИННИКОВ Владимир Павловичҡа, П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының махсус фортепиано кафедраһы профессоры;
ӘМИНЕВА Резида Рәүеф ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы;
БИКТИМЕРОВА Лилиә Рафаил ҡыҙы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада артисы-вокалисы (солисы);
Воронин Алексей Владимирович, оркестр артисы, «Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры»ның төп сәхнә оҫтаһы;
ҒАЙСАРОВ Артур Борхан улы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы эстрадаһының тынлы инструментында (ҡурайҙа) уйнаусы артист;
ЗАРИПОВА Резида Фидаевна, драма артисы, Өфө «Нур» татар дәүләт театрының ижади бүлегенең төп сәхнә оҫтаһы.
“Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемдәр:
ВЕРНИГОРА Энже Таксилевна, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең мәҙәниәт, мәғариф һәм йәштәр сәйәсәте департаменты директоры;
ИБРАҺИМОВ Дамир Хәлит улы, Башҡортостан Республикаһы Туймазы ҡалаһының «Родина» мәҙәниәт һарайының «Сәфәр» өлгөлө хореография ансамбленең художество етәксеһе;
ИСКӘНДӘРОВ Таһир Хөрмәт улы, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы;
Назаров Айнур Басир улы, Башҡортостан Республикаһы Благовещен районы муниципаль районының «Балалар сәнғәт мәктәбе» ҡурай класы уҡытыусыһы;
СМИРНОВА Наталья Владимировна, Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы Муниципаль районының «Мәҙәни-ял үҙәге» филиалы Воскресенка ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәниәт ойоштороусыһы;
ХӘЙБУЛЛИНА Екатерина Александровна, «Башҡортостан Республикаһының мәҙәни программалар дирекцияһы» проекттары етәксеһе;
ЮЛДАШБАЕВ Илгиз Ғаязетдин улы, баян класы буйынса уҡытыусы, Өфө ҡалаһы ҡала округының Нариман Сабитов исемендәге 1-се Балалар музыка мәктәбе.
Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр:
УСМАНОВА Сәлимә Марат ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Милли музейының этнография бүлеге рәссамы-реставраторы.
ФРАНК Лев Александрович, «Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының» махсус фортепиано кафедраһы профессоры.