Йәш артистарҙың сығыштарын компетентлы жюри баһаланы: «Өфө дәүләт циркы» Рәсәй дәүләт цирк компанияһы филиалы директоры Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гүзәл Туҡтарова, башҡорт цирк коллективы артисы, легендар һыбайлы, «Башҡортостан егеттәре» ат-цирк труппаһының художество етәксеһе Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Миҙхәт Солтангәрәев, Башҡорт милли циркы артисы коллектив, трапецияла һәм ҡулсаларҙа һауа гимнасткаһы, батут менән вольтижлы рамкала трюктар ҡуйыусы һәм башҡарыусы Людмила Коврижникова, РТИ мәҙәниәт һарайының цирк студияһын тамамлаған, үҙенсәлекле жанр артисы, акробат һәм жонглер, дрессировщик һәм клоун, Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә билдәле Виталий Ноцин һәм Өфө балалар филармонияһы директоры Геннадий Мокшаев.
Бөтәһе 80 номер ҡаралған. Конкурс сығыштары йомғаҡтары буйынса 20 ҡатнашыусы 1-се дәрәжә лауреат, 33-ө 2-се һәм 3-сө дәрәжә лауреат була. Бөтә ҡатнашыусыларға ла дипломдар, миҙалдар, кубоктар һәм бүләктәр тапшырыла.
Цирк сәнғәтенең төрлө жанрҙарында (һауа полотнолары, партер ҡулсаһы, оригиналь жанр, акробатика) 3-тән ашыу номерҙы Диана Әхмәтова, Надежда Михайлова, Варвара Гуськова һәм Надежда Паладина тәҡдим итә.
– Йәш артистарға цирк сәнғәтенә һөйөүҙәре, уларҙың остаздарына – тырыш хеҙмәте һәм цирк традицияларына тоғролоғо, ата-әсәләргә балалар ижадына булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ойоштороусылар.
Сараны үткәреүгә рухландырыусы – Өфө дәүләт филармонияһының өлгөлө цирк коллективы етәксеһе Наталья Ананченко. Фестиваль Өфө хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы ярҙамында үткәрелә.